+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
10 Ғинуар 2020, 19:02

Олимпиада көндәлеге. Бөгөн һынауҙың өсөнсө туры үтте

Баш ҡалабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн һынауҙың өсөнсө туры – сәсәнлек ярышы үтте. Башҡорт мәктәптәрендә уҡыусыларҙың нисек итеп проект эштәрен яҡлағанын, телде дәүләт теле булараҡ уҡығандарҙың аудиторияларҙа диалог ҡорғанын бик тыңлағы килгәйне. Тик булманы инде. Быйылдан, Берҙәм дәүләт имтиханы кеүек, талаптарҙы ҡәтғиләштергәндәр. Бер кемде лә үткәрмәйҙәр. Шулар иҫәбендә гәзит хәбәрселәре лә. «Балалар былай ҙа борсола, сит кешеләр булғанда эштәрен яҡлай алмай, ҡаушаясаҡтар», – ти баһалама төркөмө рәйестәре. Оҙаҡламай БДИ-лағы кеүек паспорт күрһәтеп кенә индерә башламаҫтар, тимә.

Һынауҙың өсөнсө турын күҙәтә алмағас, эшен яҡлап сыҡҡан һәр береһен ишек артында көтөп һөйләшергә тура килде.
Бына һигеҙенсе синыфтан Ғафури районы Бурлы мәктәбе уҡыусыһы Руслана Тоҡомбәтова күренә. Уның яҙған проект эше бик ҡыҙыҡлы ғына булып сыҡты.
– Мин башҡорт телен баттлдар аша нисек популярлаштырырға, нисек данларға, йәштәрҙе нисек ҡыҙыҡһындырырға кәрәклеге хаҡында һөйләнем. Йәштәр бит инде интернет селтәрендә ултыра. Баттл, тип яҙһаң, бер-береһен үсекләү, кәметеү, ике кеше әрләшеү формаһы килеп сыға. Ә минең уйлауымса, баттл ул башҡорт теленең байлығын, үҙеңдең белемеңде күрһәтеү өсөн булырға тейеш. «Йөрәк һүҙе», «Ҡош юлы» ошондай рәүештә үтә. Баттлдар беҙҙең мәктәптә лә ойошторолғаны бар, – ти ҡыҙ.
Туғыҙынсы синыфта уҡыусы Гөлнәзирә Ғайсина Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенән икән.
Мин үҙемдең проектымда башланғыс синыф уҡыусыларын матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәтеү темаһын һайланым. Сөнки һуңғы өс йылда уҡырға килгән беренсе синыф уҡыусылары урыҫса һөйләшә. Беҙҙең проекттың төп алымдары – башҡорт йолаларын һәм уйындарын уйнатыу. Мәҫәлән, көҙөн – Сөмбөлә, ҡышын – Нардуған, яҙын – Наурыҙ, йәйен Кәкүк сәйе байрамдарын үткәреү. Быйыл беҙгә Яңы йылда Селлә бабай менән Нардуған һылыу килделәр. Мәктәбебеҙгә бөтә ауыл йыйылды, – ти һөйләне ул үҙенең эше хаҡында.
Инде бына тағы һигеҙенсе синыфтан һынау тотоп сығыусы Айзилә Рәхимова менән танышабыҙ. Ул – Күгәрсен районы Сирбай мәктәбенән. Ҡыҙ «Телде һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы» тигән проект эшен яҡлап сыҡҡан.
– Үҙемдең эшемдә башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү, уны нисек заманса итеү тураһында яҙғайным. Телде өйрәнеүҙе тарихыбыҙҙан, башҡорт халыҡ йырҙарынан башларға кәрәк, – ти ҡыҙ.
Олимпиаданың өсөнсө туры төшкә тиклем үтһә, төштән һуң республикалағы башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы уҡыусылар араһында интеллектуаль уйын ойошторҙо.
Читайте нас: