-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
11 Ғинуар 2020, 19:18

Олимпиада көндәлеге. Уҡытыусыларҙан кемдәр еңеүсе булды?

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткән көндәрҙә уҡытыусылар өсөн дә бай программа тәҡдим ителде. Улархеҙмәттәштәренең алдынғы эш тәжрибәһе менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Иң ҡыҙығы: үҙҙәре лә һынау тотоп, белемдәрен тикшерҙе. Ижади викторинаны Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы менән берлектә ойошторҙо.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы рәйесе Рифат Әйүпов белдереүенсә, ижади викторинала 97 уҡытыусы көсөн һынаған. Шуларҙың алтауһы иң-иңдәр тип танылды. Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейынан Гөлнәзирә Игелекова, Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһынан Рузалиә Әлимғужина, Ейәнсура районы Яңыбай мәктәбенән Лилиә Ҡотошова һәм Абзан мәктәбенән Гөлназ Йылҡыбаевалар икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ә еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме? Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Фаягөл Әмирханова менән Волга буйы федераль округы Башҡорт кадет корпусынан Рәйсә Мөхәмәтова. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: