Мәҫәлән, ғинуар – «Башҡорт теле – дәүләт теле» исеме менән үтә. Йәғни ойоштороу мәсьәләләре ҡарала, социаль селтәрҙәрҙә ҡала һәм район ҡоролтайҙарының сәхифәләре булдырыла, алтаҡталарҙағы грамматик хаталарҙы табып төҙәтеү, башҡортса баннерҙар эшләү, социаль реклама әҙерләү кеүек эштәр башланасаҡ. Февраль – заманса тел, март – ғаилә теле, апрель – әсә теле, май – еңеүселәр теле, июнь – «Башҡорт теле – халыҡ теле», июль – дуҫлыҡ теле, август – юлдаш теле, сентябрь – ижад теле, октябрь – тарих теле, ноябрь – моңло тел, декабрь рух теле темаһына бағышлана.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Июндә төп иғтибар фольклорға бүленә. Халҡыбыҙҙың милли мираҫын өйрәнеү, милли уйындарҙы тергеҙеү, шәжәрәләр төҙөү, этник спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойоштороу кеүек саралар буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналған саралар ҙа үтәсәк.
Тағы шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: район һәм ҡала ҡоролтайҙарына һәр тема буйынса үҙҙәре үткәргән сараларҙы "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәләрендә фотолар һәм видеолар менән дәлилләп, мәғлүмәт биреп барырға кәрәк. Был еңеүселәрҙе билдәләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Бер-береңдең эшләгән эштәрен күреп, танышып барыу өсөн дә һәйбәт, шулай бит?