+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
3 Февраль 2020, 18:55

Ҡазанда башҡорт телен өйрәнәләр

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе асыла икән.

Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәр итә. Дәрестәр Халыҡтар дуҫлығы йортонда февраль – май айҙарында I – V синыфтар өсөн үтәсәк. Уҡытыусы – сығышы менән Һамар өлкәһенән Вазифа Зарипова. Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән дәреслектәр алдыралар. Әлегә дәрестәр түңәрәк эше формаһында ойошторола. 1 сентябрҙән, балалар һаны етһә, башҡорт телен мәктәп программаһы буйынса өйрәнәсәктәр.
Күрше республикала йәшәгән милләттәштәребеҙ был яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы алғандыр, моғайын.
Читайте нас: