Республиканың төрлө тарафтарынан килгән тарихи-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре белем усағының фойеһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк, уйындар ойошторасаҡ. Байрам концертында башҡорт, татар, удмурт, белорус, латыш һәм башҡа телдәрҙә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Иң аҙаҡтан Бөтә донъя фольклориадаһына арналған квест-уйын үтәсәк. Унда уҡыусылар республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәре менән танышасаҡ.
Өфө балалар филармонияһында ла байрам була. 16 сәғәттә башланасаҡ сарала милли-мәҙәни ойошмалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар, студенттар ҡатнашасаҡ.