-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
23 Октябрь 2020, 21:47

Ситтә йәшәһәләр ҙә, сит түгелдәр беҙгә

Ханты-Манси автономиялы округында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Был проект ошо төбәктең башҡорттары ҡоролтайы һәм Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы тарафынан ойошторолдо.

Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле осрашыуҙар, мәҙәни саралар онлайн рәүештә уҙғарылды. Бында йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Башҡортостан артис­тары – Зилиә Бәхтиева менән Айназ Низаметдинов оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Бөтә теләүселәр ҙә ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау, милли вокал һәм хореография серҙәренә өйрәнә алды. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар милли сәнғәт йүнәлешен үҙләштереүҙе киләсәктә лә дауам итергә теләктәрен белдерҙе.

Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре айҡанлы сараның тантаналы өлөшө лә ҡаралғайны. «Башҡорттар Югра-ның этномәҙәни төрлөлөгөндә» тигән онлайн «түңәрәк өҫтәл»дә тарихсылар, социологтар, Баш­ҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округының йәмәғәтселәре ҡатнашты. Улар бер-береһе менән Себер яғы тарихында башҡорт халҡының роле хаҡында фекер алышты.

– 1959 йылда Юграла барлығы 54 кенә башҡорт йәшәй, хәҙер иһә автономиялы округта 36 мең тирәһе милләттәшебеҙ көн күрә. Әгәр ҙә Ханты-Манси автономиялы округында эшләүсе һәм ғүмерҙәренең күп ваҡытын ошонда үткәреүсе беҙҙең ватандаштарыбыҙҙы ла иҫәпкә алһаҡ, был һан тағы ла артып китә, – тип билдәләне Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова.

Әлеге мәртәбәле саралар Баш­ҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округының йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәренең осрашыуы менән тамамланды.

– Әлеге көндә Юграла башҡорт синыфтары бар. Шуларҙың береһе Лянтор ҡалаһында өҫтәмә белем биреү үҙәгендә асылды. Тағы ла Түбәнге Сортым ҡасабаһындағы белем биреү учреждениеһында башҡорт синыфы тупланды. Бынан тыш, беҙҙә баш­ҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, «Шатлыҡ», «Задоринка», «Нур» ансамблдәре эшләп килә.

Йыл һайын Республика көнөн билдәләп үтәбеҙ, һабантуйҙар ойошторабыҙ. Башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ла эш алып барабыҙ, – тип белдерҙе Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.

Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Италмаҫова үҙҙәренең алып барған эш йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Түбәнге Варта районының «Ҡурай» татар-башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рина Йәлилова әйтеүенсә, райондарында 37 мең кеше йәшәй, шуларҙың 2,5 процентын башҡорттар тәшкил итә.

– Беҙ мәҙәни саралар, проект­тарҙың ойоштороусылары, ҡатнашыусылары булып торабыҙ. 2009 йылдан башлап район һабантуйында халҡыбыҙҙың 8 ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын күрһәтеп, уларҙы тергеҙәбеҙ. Байрамға килеүселәр ныҡ ҡыҙыҡһынып ҡарай, – ти Рина Сәрүәр ҡыҙы.

Түбәнге Варта ҡалаһының Югра башҡорт төбәк йәштәр ойошмаһының рәйесе Илфат Кинйәбаев киләсәккә планда­ры менән бүлеште. Ҡалала баш­ҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримгә бюст ҡуйыу, Кавказ халыҡта­ры йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатовҡа арналған дуҫлыҡ байрамын ойоштороу, федераль һабантуйҙарҙа ҡатнашыу күҙал­лана.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров килтергән мәғлүмәттәр буйынса, яңы уҡыу йылында республикабыҙҙың интернат-гимназия, лицейҙарында Рәсәй төбәктәренән 208 бала белем ала. Ул Башҡортостандың инновацион белем усаҡтары һәм күрше өлкәләр менән «Ҡәр­ҙәш мәктәптәр» проекты тор­мош­ҡа ашырылыуы хаҡында ла бел­дерҙе.

– Йәкшәмбе мәктәптәренә килгәндә, уларҙың һаны 13-кә етте. Тәтешле районы республика Башлығы грантын отҡайны. Уның ярҙамында Пермь крайының Барҙы районында проект тормошҡа ашырыла башланы. Грантты файҙаланып, тағы ла йәкшәмбе мәктәптәре асырға теләйбеҙ, – тип хәбәр итте Булат Илшат улы.

Ул күрше өлкәләрҙәге уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала, быйыл онлайн рәүештә үткәрелгән «Йәйләү» йүнәлешле лагерында әүҙем ҡатнашыу­ҙарын да әйтеп үтте, уҡытыусыларҙы белемдәрен камиллаштырыу буйынса курстарға уҡырға килергә саҡырҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республиканан ситтә туған телде уҡытыу, башҡорт телен интернет селтәрендә өйрәнеү, Ханты-Манси автономиялы округында көрәш буйынса ярыштар үткәреү, башҡорт эшҡыуарҙарын күтәреү, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы порталын бергәләп тултырыу кеүек төрлө мәсьәләләр хаҡында ла фекер алышты. Баш­ҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды.
Читайте нас: