-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2020, 23:16

Иң матур башҡорт һүҙе - ӘСӘЙ!

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, Башҡорт теле йылын йомғаҡлау тантанаһы булды. Йыл буйына матур саралар, конкурстар үткәрелде.

"Телешко" балалар телевидениеһы мәктәбе бик үҙенсәлекле "Иң матур башҡорт һүҙе" проектын тормошҡа ашырғайны. Тәүҙә теләгән һәр кем иң матур тип һанаған һүҙҙе bashslovo.ru сайтында тәҡдим итте. Шунан йыш ҡабатланған 12 һүҙ тауыш биреүгә ҡуйылды. Һөҙөмтәлә иң матур башҡорт һүҙе тип "әсәй" һүҙе табылды. Бөгөнгө сарала уны проект етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев һәм Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Люциә Юлыева иғлан итте.
Читайте нас в