+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
18 Февраль 2021, 15:28

Башҡортса аудиокитап тыңлағыҙ

Хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана сайтында башҡортса аудиокитаптар тыңларға мөмкин. Атап әйткәндә, "Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары"н һәм "Мең дә бер кисә"не.

Был проектты мәҙәниәт министрлығы тәҡдим иткән һәм "Башҡортостан" концерт залының баш режиссёры Илшат Фәхретдинов етәкселегендәге ижади төркөм тормошҡа ашырған. Әҫәрҙәрҙе профессиональ актёрҙар Фәрхәт Ғәйнетдинов менән Зилә Ситдиҡова (Әлисә тураһындағын), Фәрғәт Ғарипов ("Мең дә бер кисә"не) уҡый. Аудиояҙма балаларҙы нығыраҡ йәлеп итер өсөн көйҙәр, урман шаулауы, ҡоштар һайрауы, хайуандар тауышы менән байытылған.
Китаптарҙы милли электрон китапханала (http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-5151) һәм милли китапхананың «Аудиокитаптар» (http://www.bashnl.ru/proekty/audioknigi/) бүлегендә табырға мөмкин.
Фото: китапхананың сайтынан.
Читайте нас: