-9 °С
Ҡар
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Февраль 2021, 14:58
Кадеттар ҙа башҡортса һөйләшә
Салауат ҡалаһындағы 2-се кадет мәктәбенең III синыф уҡыусылары Богдан Атаев, Искәндәр Хужәхмәтов, Алина Абдуллина, Айҙар Рәжәповтар – уҡыу алдынғылары.
Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә һәм төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Мәктәптә, ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Шулай уҡ башҡорт телен дә яратып өйрәнәләр. Уҡытыусылары – Флүрә Муса ҡыҙы Хәйретдинова үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай. Дәрестәрендә «Йәншишмә»не ҡулланалар икән. Уҡытыусы шулай балаларҙа милли матбуғатҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Афарин!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Читайте нас в