+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
30 Ноябрь 2023, 06:52

Илнур – иң тәүге ҡатнашыусыбыҙ!

"Әсәм теле – сәсән теле" бәйгеһенә хаттар килә башлауы һөйөнөслө. Гәзитебеҙ дуҫы Илнур Ғөбәйҙуллин бер нисә шиғырын ебәргән.

Тәүге ҡатнашыусыбыҙға һүҙ!Тәүге ҡатнашыусыбыҙға һүҙ!
Тәүге ҡатнашыусыбыҙға һүҙ!

Минең телем 

Туған телем – ғәзиз телем,

Атам-әсәмдең теле.

Хазиналар араһында

Һин бит иң-иң кәрәге.

 

Телем менән ғорурланам,

Ул – ҡәҙерле ҡомартҡы.

Телең, илең хөрмәтләһәң,

Юлың булыр гел яҡты.

 

Телде данлай йырсылар,

Шағирҙар, яҙыусылар.

Телем, илем йәшәһен тип,

Яуға сапҡан батырҙар.

 

Туған телем, ҡәҙерлем

Ҡоромаҫ шишмә булһын.

Халҡыбыҙҙын бай тарихы

Туған телдә яҙылһын!

 

Һәр милләттең үҙ теле бар –

Төрлө телдәр илемдә.

Һөйләшһен һәм уҡыһын

Һәр кеше үҙ телендә.

 

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ,

Һатылмайыҡ яттарға.

Халҡымдың тере шишмәһе

Ул – беҙҙең ҡулыбыҙҙа!

 

Башҡортостаным – илем

Башҡортостан – тыуған илем,

Гүзәлдәрҙән-гүзәл төйәгем.

Ҡайҙа ғына барһам да мин,

Һиңә тарта минең йөрәгем.

 

Матур тәбиғәтле ерҙәрҙә

Тыуғанға мин ныҡ ҡыуанам.

Ата-бабаларым йәшәгән

Илем менән бик ғорурланам.

 

Ғорурланам

Туған телем, минең өсөн

Моңло ла һин, яғымлы.

Башҡортостан – тыуған илем,

Һөйәм тыуған яғымды.

 

Яратам мин үҙ телемде,

Йырлайым башҡорт йырын!

Үҙ итәмен бигерәк тә

Оҙон көй, ҡурай моңон.

 

Ғорурланам, ҡыуанам мин

Ошо ерҙә тыуғанға.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Шатмын башҡорт булғанға!

 

 

Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН,

VIII “В” синыфы уҡыусыһы.

Ишембай ҡалаһы,

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

 

Дуҫтар, бәйгебеҙ шарттары ошонда: "Әсәм теле – сәсән теле". Хаттар көтәбеҙ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас