-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Һомай" - башҡорт колонкаһы

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында мәғариф учреждениеларына  "Һомай" платформаһында тормошҡа ашырылған "Әминә" проекты буйынса аҡыллы колонкалар таратылды.

"Һомай - башҡорт колонкаһы
"Һомай - башҡорт колонкаһы

Сараға балалар баҡсалары етәкселәре, тәрбиәселәр, башҡорт теле уҡытыусылары саҡырылғайны. Улар менән осрашыуға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияның директор урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов, "Һомай"ҙы уйлап табыусы Айгиз Ҡунафин, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова килгәйне. 

- Беҙҙең алда интернет киңлектәрендә мөмкин тиклем күберәк башҡорт телендә контент булдырыу маҡсаты тора. Был йәһәттән иң беренсе башҡорт википедияһы авторҙарын, башҡорт теле уҡытыусыларының сайттарын атап үтергә мөмкин. Билдәле шәхестәр, ер-һыу атамалары һәм башҡалар тураһында текстар күп кәрәк, - тине Азамат Шәмсетдинов. Гөлназ Йосопова проекттың Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылыуын һәм Айгиз Ҡунафин командаһы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының берлектә уңышлы эшләүен әйтеп үтте.

- Беҙҙең проекттың маҡсаты — балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү. Үкенескә күрә, күп башҡорт балалары үҙ телендә аңлай, әммә һөйләшмәй. Әлбиттә, "Һомай" аша бүтән милләт балалары ла башҡорт телен өйрәнә ала. Беҙҙең аҡыллы колонкаға "Һомай" тип матур ғына итеп өндәшергә кәрәк. Ул интернетта булған бөтә мәғлүмәттәрҙе аңлата белә. Әммә һорау буйынса текстар әҙ булһа, яңылышыуы мөмкин. Проект өҫтөндә даими эшләйбеҙ, камиллаштырабыҙ. Иң беренсе булып ҡуллана башлаусыларҙан ярҙам көтәбеҙ. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы, "Һомай"ға бирегеҙ. Ниндәй етешһеҙлектәр күрәһегеҙ, беҙгә еткерегеҙ. Ә беҙ анализлап, уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ, - тине Айгиз Ҡунафин. Ул шулай уҡ "Тикшереү сайты" менән дә таныштырып үтте. Унда әлегә башҡортса текстың хәреф хаталарын төҙәтергә мөмкин. Артабан был сайтты камиллаштырырға уйлайҙар. Тағы бер проект - "Башҡорт теле онлайн" башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн булдырылған. Бик уңайлы. Шиғыр ятлау өсөн, мәҫәлән, тауышты һәм контентты смарт-телевизор экранына сығарып була. Бала уйнап йөрөгәндә лә уны тыңлап, ятлай ала.

"Һомай"ҙы ҡулланып ҡараған уҡытыусылар башҡортса һөйләшкән аҡыллы колонканың балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын белдерҙе. Әйткәндәй, ул 350 төрлө әкиәтте һөйләй белә, "Тамыр" йыр студияһының йырҙарын ҡуя, йомаҡтар ҙа әйтә.

1 сентябрҙән республиканың 100 мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа проект тикшереү үтә башлай. Шуға тиклем "Һомай"ҙың эшен тағы ла камиллаштырасаҡтар. "Алиса"ларҙы уҙып китер әле үҙебеҙҙең башҡорт колонкаһы!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

"Һомай - башҡорт колонкаһы
"Һомай - башҡорт колонкаһы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: