-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла

Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме мәғәнә һалынған. Милләтте – милләт, халыҡты халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Шуны бер ҡасан да онотмайыҡ. Әсә теле тиҙ генә сисә һалып ташлай тор­ған кейем түгел, ул кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә.

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла

Тел – милләттең йөҙө. Уны белмәгән кеше – илһеҙ. Фил күтәрмәгәнде тел күтәрә, ти халыҡ. Ысынлап та, уның көсөн үлсәрлек нәмә юҡ.
Атай-әсәй, тыуған йорт, туған тел, Тыуған ил... Улар бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән, кешенең күңел түрендә сабый саҡтан урын алған иң ғәзиз төшөнсәләр. Туған телеңде яратыу – Тыуған илеңде, атай-әсәйеңде, милләтеңде хөрмәт итеү. Хал­ҡыбыҙҙың киләсәген уйлау ҙа.
Беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Уны әсә теле тип атайбыҙ. Әгәр һин башҡорт икәнһең, атайың, әсәйең һөйләшкән телде белеп үҫергә тейешһең.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел!
Туған тел тураһында беҙҙең бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов бына нисек матур итеп яҙған. Күпме мәғәнә һалынған был шиғыр юлдарына!
Башҡорт теле мең-мең йылдар аша һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткерә. Шуға ла уның ҡәҙерен беләм. Хәҙер ҙур үҫеп еткәс тә мин үҙебеҙҙең баш­ҡорт йырҙарын рәхәтләнеп тыңлайым, хал­ҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре, театр донъяһы, сәнғәте тураһында күберәк белергә тырышам.
Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Мин – башҡортмон! Бының менән ғорурланам. Ғаиләбеҙҙә тик үҙ телебеҙҙә генә аралашырға тырышабыҙ. Бәләкәйерәк саҡта «Аҡбуҙат» журналын уҡыһам, хәҙер «Йәншишмә»не, «Аманат»ты алдырам. Мәктәптә башҡорт телен беренсе синыфтан яратып өйрәнәм. Төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә, ғилми-тикшеренеү эштәрендә әүҙем ҡатнашам.
Мин үҙемде бәхетле һанайым. Баш­ҡорт ерендә тыуып үҫеүемә, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙен баш­ҡорт тип һанаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла?
Туған телем минең өсөн бик тә ғәзиз. Уның киләсәге, йәшәүе – беҙҙең ҡулдарҙа!

Радмила МӨХӘМӘТДИНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Краснокама районы,
Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы
Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: