+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
13 Сентябрь 2019, 16:34

Күпселек Хәбиров яҡлы!

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Шуныһы ҡыуаныслы: республика халҡы был мөһим сарала ярайһы әүҙемлек күрһәткән. Һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 71,80 процент тәшкил иткән. Райондар буйынса был һан тағы ла юғары – 77,78, бигерәк тә тәтеш­леләр һоҡландыра – тауыш биреү хоҡуғына эйә булыусыларҙың 97,01 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Ә иң түбән күрһәткес – Межгорьела (37,94 процент).

Әйткәндәй, Башҡортостанда 3 миллион 49 мең 571 кешенең һайлау хоҡуғы бар ине. Беренсе тапҡыр (18 йәш тулғас) тауыш биреү хоҡуғына эйә булғандарҙың һаны 38 меңгә етһә, 30 йәшкә тиклемгеләр – 600 меңдән ашыу. Йөҙйәшәрҙәр ҙә бар: 277.

«Мобиль һайлаусы» системаһы ярҙамында республикала 51 меңдән артыҡ кеше тауыш бирһә, шу­лай уҡ Башҡортостан Башлы­ғын һайлауҙа ҡатнашыр өсөн ошо бәйләнеш аша Мәскәүҙән 195 ға­риза яҙылған, уларҙың 148-е граж­данлыҡ бурысын үтәгән.

69 территориаль һайлау комиссияһында һәм Өфөләге 410 һайлау участкаһында онлайн ре­жимда видеокүҙәтеү алып ба­рылды.

– Быйыл Башҡортостан Башлығын һайлау асыҡлығы һәм бысраҡ технологияларҙың булмауы менән айырылып торҙо. Ул байрамға әүерелгән тәүге һайлау булып республика тарихына инер, – тип белдерҙе «Граждандар контроле» хәрәкәте етәксеһе Валерий Аббасов.

Ә кем иң күп тауыш йыйҙымы? Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй» партияһы) – 1 миллион 794 мең 113 (82,02 процент)! Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) – 150 мең 679 (6,89), Иван Сухарев (ЛДПР) – 99 мең 158 (4,53), Зөлфиә Ғайсина («Яблоко») – 33 мең 371 (1,53), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй») – 26 мең 935 (1,23), Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары») – 24 мең 32 (1,10), Владимир Барабаш («Гражданлыҡ көсө») – 21 мең 175 (0,97), Владимир Кобзев («Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн») – 17 мең 678 (0,81).

Шулай итеп, республика Башлығы итеп Радий Фәрит улы Хәбиров һайланды. Ҡотлайбыҙ!

– Минең өсөн 82 процент самаһы тауыш бирелгән, – тине ул. – Бының өсөн халыҡҡа рәхмәтемде белдергем килә. Ҙур ышаныс күрһәтелгән. Беҙҙе киләсәктә тағы ла ҡатмарлыраҡ, яуаплыраҡ эштәр көтә. Халыҡ беҙгә ышана, ә уны аҡлау өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәбеҙ.
Читайте нас: