-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
28 Сентябрь 2023, 13:30

Бала саҡ хыялыңа тоғро ҡал!

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Бала саҡ хыялыңа тоғро ҡал!
Бала саҡ хыялыңа тоғро ҡал!

Мирас ҮҘӘНБАЕВ (Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылы егете), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының "7 егет" телепроектында ҡатнашҡан студенты, мультиинструменталист: Һәр кемебеҙ был юлды үткән, был һорауҙар алдында булған: төп белем алғандан һуң артабан мәктәптә ҡалырғамы йәки урта һөнәри уҡыу йорттарына уҡырға китергәме? Бына шул ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр үҙләштерергә, тигән һорауҙар торған осорҙа ата-әсә уҡытырға теләгән һөнәр менән баланың үҙ күңеленә ятҡаны араһында һайлағанда, икенсеһенә өҫтөнлөк бирелһен ине. Әммә йәш кеше үҙе теләгән уҡыу йортонда, күңеленә ятҡан һөнәрҙе үҙләштергән саҡта һәм йәш белгес булып сыҡҡас та юлында осрап торған һынауҙарға бирешмәҫкә әҙер булырға тейеш.
Үҙем туғыҙынсы кластан һуң Сибай сәнғәт колледжында белем алдым һәм тиҫтерҙәремдең күптәренең артабанғы яҙмыштарын сәнғәткә бәйләмәүен, бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алмауын күреп, шул тиклем йәнем әрней торғайны. Дүрт йыл буйы ваҡыт әрәм итеп белем алғас, йә шул йүнәлештә эш башларға, йә артабан белем алыуҙы дауам итергә кәрәк ине бит. Әйтәйек, колледжда уҡып, ҡурайҙа өйрәнгәндәр аҙаҡ монтажлаусы булып китә. Ҡурай уйнау һәм цемент болғау  – ике төрлө эш, әлбиттә, аҡса табыу, үҙеңде һәм ғаиләңде ҡарау мәсьәләһенә лә бәйле был. Бәлки, йәш кеше эш башлағанда уҡ күп аҡса эшләргә, уңыш ҡаҙанырға теләйҙер. Миңә лә ҡайсаҡ: "Мирас, нишләп һин ҡурайсы булып йөрөйһөң, бына мин бер йыл эшләнем, машина алдым", – тигәндәре бар. Улар һымаҡ монтажлаусы булып барһам, экскаваторға ултырһам, мин дә эшләй алам, әммә унан күңелемдә ҡәнәғәтләнеү хисе тоймайым. Шуға яратҡан һөнәрең буйынса эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәһә, үҙең бер аҙ әүҙемерәк булып, төрлө ысулдарын табыуҙы өҫтөн ҡуям. Бына яңыраҡ ҡына Санкт-Петербургта йөрөп ҡайттым, унан һуң өйҙә ике көн генәме йоҡланым да, Түбәнге Новгородҡа сығып киттем, иртәгә тағы ҡайҙа алып китерҙәрен белмәйем. Уның араһында юғары белем алырға, мәктәптә балаларҙы төрлө уйын ҡоралдары буйынса уҡытырға өлгөрәм. Шуға һис зарланырлыҡ түгел һөнәремә лә, эшемә лә.
Буласаҡ һөнәрен һайлауҙы еңелләштереү өсөн балаларҙы мәктәптәрҙә 7-8 кластарҙа уҡ республикабыҙҙағы төрлө ойошма, предприятиеларға экскурсияға йөрөтөү, төрлө һөнәр кешеләре менән осраштырыу, эштең айышына төшөндөрөү бик яҡшы булыр ине, минеңсә. Мәҫәлән, бер көндө Баймаҡ ПМК-һына барып, унда ниндәй һөнәр кешеләре талап ителеүен күрһендәр. Йәки Һаҡлыҡ банкына экскурсия ойошторолһон, йәки шунда эшләгән берәй хеҙмәткәрҙе мәктәпкә саҡырып, ул үҙенең хеҙмәт юлы тураһында һөйләһен. Балаларҙы шулай алдан әҙерләргә кәрәк. Юғиһә, сығарылыш класына етһәләр, ата-әсәһе бер йүнәлештә уҡытырға теләй, бала – икенсе, һөҙөмтәлә хатта уның фекерен һанға ла һуҡмауҙары бар. Аҙаҡ ул бала күңеленә ятмаған һөнәрҙе үҙләштереп, яратмаған эштә эшләүенә зарланып йәшәй – бындай осраҡтар бихисап.
Бөгөн йәштәргә бер нисә сит тел белеүҙең дә мөһимлеген билдәләп үткем килә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа инглиз телен өйрәнеүгә артыҡ иғтибар итмәгәнмен, аҙаҡ артынан ҡыуырға кәрәк булды. Бөгөн хатта иретеп йәбештереүсегә лә инглиз телен белеү кәрәк, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыуҙан тыш, донъяның ҡайһы өлөшөндә лә үҙеңә эш таба аласаҡһың. Сәнғәт кешеһенә лә сит тел белеү бик күп өҫтөнлөктәр бирә: ҡурайҙа уйнап, сәхнәнән төшөп китеү генә түгел, үҙең һәм уйын ҡоралың тураһында һөйләп тә таныта алаһың. Әлбиттә, беҙ бөтә донъя белеме ҡулдағы телефонда булған заманда йәшәйбеҙ һәм бының менән ҡулланырға, үҫешергә, файҙалана белергә лә кәрәк.



Сәүиә МӨХӘМӘҘИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите.

Фото: "Киске Өфө".

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: