Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең хикәйәһе буйынса төҙөлгән сценарий бик мауыҡтырғыс һәм матур килеп сыҡҡан. Спектаклдең режиссёры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина ныҡ тырышҡан инде. Ә ролдәрҙе балалар яратып башҡарҙы.
– Әҫәрҙә әсәй менән апай Айраттың иркә, ялҡау малай булып үҫеүен теләмәй. Шуға ла уны үҙҙәре менән баҡса эшенә алып баралар. Малай беренсе түтәлен ҡаҙып, һуған ултырта. Баҡсаға икенсе тапҡыр килгәс, эшенең һөҙөмтәһен күреп ҡыуана. Ялҡау үҫмерҙән сәмләнеп, дәртләнеп, тырышып эшләгән малайға әйләнә. Бер көндө Айрат өйҙә үҙе ташлап киткән икмәк һынығының да эштән һуң бик тәмле икәнен аңлай. Баҡсала үҙең үҫтереп ашаған йәшелсә-емеш тә бик ҡәҙерле була. Ә уны һатһаң, ғаилә ҡаҙнаһына ла ҙур файҙа килтергәненә төшөнә малай.
Сәхнәләштерелгән хикәйәлә Атай, Олатай, Өләсәй кеүек ролдәрҙе өҫтәү ҙә тулы ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һуғыш йылдарында икмәкһеҙ үҫкән балаларҙы ла иҫкә алырға кәрәк ине. Олатай-өләсәйҙән ҡалған аҡыллы һүҙҙәр ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү өсөн йыш ҡабатланырға тейеш, минеңсә. Мәҫәлән: "Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың", "Иген – баҫыуҙа, ашлыҡ – келәттә, икмәк өҫтәлдә була", "Икмәктән оло булма", "Икмәкте ҡәҙерләгеҙ!".
Беҙ, атай-әсәйҙәр, киләсәк быуында эшкә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе өйҙәге ябай эштәрҙән, хеҙмәттән башларға тейешбеҙ. Был спектакль тап ошо тәрбиә ысулдарын файҙаланып, балаларҙы уйланырға мәшбүр итә лә инде. Ә дөйөм алғанда, бәләкәй артистарыбыҙ үҙ ролдәрен бик оҫта итеп башҡарҙы. Улар сәхнәлә аҡыллы, фәһемле һүҙҙәрҙе әйтеп, баҡсала “эшләп”, уңыш “йыйҙы”.
Балаларҙың кәрзиндәре үҙҙәре “үҫтергән” ҡыяр, помидор, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ, кәбеҫтә, һуған менән тулды, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина.
Ысынлап та, һоҡланғыс тамаша! Матур итеп башҡортса һөйләүҙәре лә бит әле! Кәтибә Кинйәбулатова һүҙҙәренә һәм Нур Дауытов көйөнә яҙылған "Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!" йыры менән тамамланған спектаклдән һуң тамашасылар бәләкәй артистарҙы алҡыштарға күмде.
Бына улар: Олатай – Фаязбәк Бахрамов, Өләсәй – Виктория Игнатьева, Атай – Николай Артамонов, Әсәй – Милана Ғәниева, Фәниә – Адина Дәүләтова һәм Айрат – Даниэль Ғәлләмов. Барыһы ла – III синыф уҡыусылары.
Әлбиттә, спектаклде ҡуйыуҙа атай-әсәйҙәрҙең дә ярҙамы ҙур булған. Костюмдар һәм баҡса эштәре өсөн кәрәк-яраҡтар йыйғандар. Кристина Игнатьева балаларҙы автобуста хәүефһеҙ итеп оҙатып йөрөүҙә һәм сәхнәлә ойоштороу эштәрендә ярҙамлашҡан.
Шулай уҡ VI синыф уҡыусылары Самира Мозафарова, Карина Емельянов, Лиана Шәмсетдинова – гримёр, тауыш режиссёрҙары һөнәрҙәрен башҡарҙы.
"Күңелле сәхнә" балалар театры етәксеһе Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллинаға һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙәктә шөғөлләнгән балалар, төрлө милләттән булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт телендә матур һөйләшә. Бында уҡытыусының тырышлығы, үҙ эшен яратып башҡарғаны күренә.
Был тамашала балалар хеҙмәт һөйөргә, ололарға ярҙамлашырға, икмәкте ҡәҙерләргә өйрәнде һәм башҡаларҙы ла өндәне.
Афарин, дәртегеҙ һүрелмәһен, йәш артистар.
Зөһрә ХАКИМОВА.