+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
26 Ғинуар 2018, 13:56

Беренсе тур

2018 йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙыл­ғандар өсөн «Серле шаҡмаҡтар» конкурсын дауам итәбеҙ. Ул ғинуарҙа башланып, май аҙағына тиклем барасаҡ. Һеҙгә, йәш шахматсылар, тағы ла 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк.Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназия уҡыу­сылары, шахмат түңәрәктәрендә шө­ғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Еңеүселәр­гә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ.Яуаптарығыҙҙы ебәргәндә исем-фамилияғыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡығанығыҙҙы, тулы адресығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме.

2018 йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙыл­ғандар өсөн «Серле шаҡмаҡтар» конкурсын дауам итәбеҙ. Ул ғинуарҙа башланып, май аҙағына тиклем барасаҡ. Һеҙгә, йәш шахматсылар, тағы ла 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк.

Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназия уҡыу­сылары, шахмат түңәрәктәрендә шө­ғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Еңеүселәр­гә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ.

Яуаптарығыҙҙы ебәргәндә исем-фамилияғыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡығанығыҙҙы, тулы адресығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме.
Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс5, Фһ5, Лһ7 (3 фигура), ҡаралар – Кра5, Сb5, ппа4, с4 (4 фигура).
Был миниатюраның авторы – Ю. Жариков (Һамар).
Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ7, Фс2, Ле4, Лg5, пg4 (5 фигура), ҡаралар – Крf6, Сd 7 (2 фигура).
Билдәле шахмат композиторы К. Гавриловтың мәсьәләһе. Уның сиселеше көслө аҡ фигураның йөрөшөнә бәйле.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ


(«Йәншишмә» №51, 22 декабрь, 2017 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә

1. Крg2 – һ2 һ6 – һ5
2. g4 – g5 һ7 –һ6
3. Крһ2 – g2 һ6:g5
4. Сf4 – g3х.

Унынсы мәсьәлә

1. Сf6 – d8! Крf4 – е4
2. Сd8 – е7! Кре4 – f4
3. с3 – с4 Крf4 – е4
4. Се7 – d6 Кре4 – d4
5. Лg5 – g4х.
Был мәсьәләләргә дөрөҫ яуап­тарҙы Айшат АҪЫЛБАЕВ, Нәфис БИКБУЛАТОВ, Родион ИШМӨХӘМӘТОВ, Динара МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Тимур МАННАТОВ, Наҙгөл СӘҒИТОВА, Илнар ҺИБӘТУЛЛИН, Илгизәр ЙӘНСУРИН, Ғәлим ҠЫЛЫСБАЕВ, Әмир НИҒМӘТУЛЛИН (Абҙан, Ейәнсура), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы, депутат Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Шахмат бәйгеһенең тәүге өлөшөндә бирелгән бөтә ун мәсьәләне лә дөрөҫ сисеп, Ейәнсуранан Айшат Аҫылбаев, Нәфис Бикбулатов, Родион Ишмөхәмәтов, Динара Мөхәмәтйәнова, Тимур Маннатов, Наҙгөл Сәғитова, Илнар Һибәтуллин, Илгизәр Йәнсурин һәм Күмертауҙан Коля Шибаев еңеүсе булды. Уларға «Йәншишмә» гәзите редакцияһының Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ Ҡыйғынан өлкән дуҫыбыҙ Илһам Латиповҡа ла рәхмәт әйтке килә. Ул да бөтә мәсьәләләрҙе дөрөҫ систе.

ШАХ БАБАЙ.
Читайте нас: