Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
30 Ноябрь 2018, 16:43

Өсөнсө, дүртенсе турҙар

Бишенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg6, Фс4, Кb7 (өс фигура), ҡаралар – Кре5, пd7 (2 фигура).Был «малютка»ның (5 кенә фигура) авторы – М. Майоров (Ҡазан). Цугцвангҡа ҡоролған мәсьәлә. Сиселештә ике вариантты ла табығыҙ. Бында ҡара пешканың ҡара король эргәһендәге шаҡмаҡтарҙы һаҡта тотоуын иҫәпкә алырға кәрәк.

Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg6, Фс4, Кb7 (өс фигура), ҡаралар – Кре5, пd7 (2 фигура).
Был «малютка»ның (5 кенә фигура) авторы – М. Майоров (Ҡазан). Цугцвангҡа ҡоролған мәсьәлә. Сиселештә ике вариантты ла табығыҙ. Бында ҡара пешканың ҡара король эргәһендәге шаҡмаҡтарҙы һаҡта тотоуын иҫәпкә алырға кәрәк.
Аҡтар башлап, өс йөрөштән мат ҡуя ала.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре1, Ле4, Лһ1, Кf5, пһ3 (5 фигура), ҡаралар – Крf3 (1 фигура).
Миниатюраның авторы – Р. Марцвалашвили (Грузия). Был мәсьәләне сискәндә бер бәләкәс фигура ҡорбан ителә. Аҡтарҙың рокировка эшләй алыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Ике вариантты ла күрһәтергә.
Аҡтар башлай һәм өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кра2, Фһ3, ппс6, d7, f6 (5 фигура), ҡаралар – Крd8, Сһ1 (2 фигура).
Был миниатюраны В. Коваленко (Приморье крайы) төҙөгән. Сиселештә һ1 шаҡмағындағы ҡара филдең d5+ шаҡмағына күсә алыуын иҫәпкә алырға кәрәк.
Аҡтар башлап, был юлы ла өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd3, Фd1, Сg6, Кс3, Ке3, ппd5, һ5 (7 фигура), ҡаралар – Крһ6 (1 фигура).
Мәсьәләнең авторы – В. Дубровский (Тулун). Аҡтарҙың көслө бер фигураһының ябай ғына йөрөшө уйынды хәл итә. Ике вариантты ла табырға.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №43, 26 октябрь, 2018 йыл.)

Өсөнсө мәсьәлә

1. Фһ5 – g4! Цугцванг;
Ҡара королгә ике буш шаҡмаҡ ҡала.
1. … Крf6 – е5
2. Фg4 – g5х;
1. … Крf6 – f7
2. Фg4:g7х;
1. … g7 – g6
2. Фg4 – f4х;
1. … g7 – g5
2. Фg4 – е6х.

Дүртенсе мәсьәлә

1. Фf3 – һ1! Цугцванг;
1. … Крd4:d3
2. Фһ1 – d1х (дөрөҫ мат);
1. … Кd6~ (теләһә ниндәй йөрөш)
2. Фһ1 – е4х.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуаптарҙы Владик БАСХАНОВ, Нәсим СӘЙФЕТДИНОВ, Марсель ҠАДИРОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Айгүзәл РӘХИМҒОЛОВА, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ, Максим ШУСТИКОВ (Арсен, Ейәнсура), Аделина ҠӘҘЕРБАЕВА, Артур ТИМЕРБАЕВ, Шохрух ХӘСӘНОВ, Виолетта ШУМИЛОВА (Өфө ҡалаһы, 49-сы мәктәп) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.
Читайте нас в