Мәсьәләнең авторы – Ф. Хили. Икенсе йөрөштә аҡтар ладьяһын юғалта, әммә барыбер еңеүгә ирешә. Цугцванг. Сиселештең бер варианты ғына бар.
Аҡтар башлай ҙа шулай уҡ өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кра2, Фb6, пс5 (3 фигура), ҡаралар – Кра4, пb5 (2 фигура).
Был мәсьәләне 1868 йылда билдәле шахмат композиторы С. Лойд төҙөгән. Цугцванг.
Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә», №8, 21 февраль, 2020 йыл.)
с5 шаҡмағындағы ладья юғалтыла. Цугцванг.
g1 шаҡмағындағы фил менән мат ҡуйыла.
Ферзь йәшерен һөжүмгә әҙерләнә. Цугцванг.
Ике дөрөҫ мат ҡуйып була. Тағы ла бер вариант бар.
1. Фg4 – g3? йөрөшөнән һуң мәсьәлә сиселмәй, сөнки
1. ... Крb5 – а6! Мат юҡ.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуапты Даниил АРХИПОВ, Эмиль БЕРҘИҒОЛОВ, Филүс ҒӘЛИМОВ, Данил МУРАВЛЁВ, Максим НЕСТЕРОВ, Ибраһим НОҒОМАНОВ, Максим ЧЕРЕПАХИН, Данис ЙОМАҒОЛОВ, Айҙар ЯППАРОВ (Арсен), Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАНДЫҠОВА (башҡорт интернат-гимназияһы), Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМҒОРОВ (Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп), Регина һәм Рәил САДИҠОВтар, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Алина ИСКӘНДӘРОВА (2-се мәктәп, Иҫәнғол, Ейәнсура), Ильяс ҮҘӘНБАЕВ (Иҫке Собханғол, Бөрйән) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы хеҙмәт ветераны Марат МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.