Мәсьәләнең авторы – В. Никитин (Новгород өлкәһе). Цугцванг.
Сиселеш барышында көтөлмәгән хәл: аҡтар ҡара королгә ике буш шаҡмаҡ ҡалдыра.
Аҡтар башлап, был юлы ла өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ3, Сb6, Сd5, Ке2, пg2 (5 фигура), ҡаралар – Крһ1, Сһ2, ппb7, с7, g3 (5 фигура).
Был композицияның авторы – М. Майоров (Ҡазан).
Диаграммаға иғтибар итегеҙ әле. Әгәр ҡара фил g1 шаҡмағына күсһә, шунда уҡ мат булыр ине – Ке2:g3х. Тимәк, аҡтар ҡара пешкаларҙы цугцванг хәленә ҡалдырырға тейеш.
Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә» №43, 23 октябрь, 2020 йыл.)
1. ... Лd5~ (теләһә ниндәй йөрөш)
Был мәсьәләләргә дөрөҫ яуаптарҙы Илнар ҺИБӘТУЛЛИН, Илгизәр ЙӘНСУРИН, Данил МУСИН, Азамат МӨХӘМӘҘИЕВ, Әмир НИҒМӘТУЛЛИН, Нәфис БИКБУЛАТОВ, Артур ДӘҮЛӘТОВ, Линар ҠЫҘРАСОВ, Арыҫлан ВӘЛИТОВ (Абҙан, Ейәнсура) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.