+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
19 Март 2019, 18:17

Республикабыҙҙа «Ҡарлы десант» акцияһы тамамланды

Бөтә Рәсәй ирекле патриотик «Ҡарлы десант» акцияһы 1959 йылда Алтай крайында барлыҡҡа килгән. Уның ағзалары ҡарт кешеләргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә, башҡа хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә балалар менән дә эш алып баралар.

«Ҡарлы десант» акцияһына – 50 йыл. Ошо ваҡыт эсендә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡарлы десант отрядтары формалашҡан. Бөгөн акцияла 4 меңдән ашыу студент ҡатнаша. Бындай изге эшкә Башҡортостан да ҡушылды. Үткән йылда республикабыҙҙа «Айғыр» йыйылма отряды барлыҡҡа килгәйне. Улар Шишмә һәм Шаран райондарында шефлыҡ ярҙамы күрһәтте. Быйыл иһә биш юғары белем биреү йортонда ҡарлы десант отрядтары формалашты. БДУ-ла «Альтаир» барлыҡҡа килде. Уның составына төрлө факультет һәм институт студенттары инде. Отрядтың командиры Рөстәм Садыҡов был акцияла өсөнсө йыл ҡатнаша.

– Беренсе тапҡыр беҙ БДУ студенттары менән Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан балалар йортона шефлыҡ ярҙамы менән барҙыҡ. Унда беҙ балалар менән уйнаныҡ, биләмәләрен ҡарҙан таҙарттыҡ. Акция бер көн эсендә үтте, әммә ул иҫемдә оҙаҡҡа ҡалды.

Үткән йылда «Айғыр» отряды составында 6 көн эсендә Шишмә һәм Шаран райондарының төрлө ауылдарына булдыҡ. Быйыл беҙҙең университетта ҡарлы десант отряды формалашыуы тураһында белеп ҡалғас, мотлаҡ ҡатнашырға булдым», — ти отрядтың етәксеһе.

«Альтаир» отряды шефлыҡ ярҙамы өсөн Благовар районын һайланы. Бында улар 4-нән 8 февралгә тиклем булды. Ҡышҡы каникулды өйҙә түгел, ә бөтөнләй башҡа районда үткәреү ниңә кәрәк булды һуң?

– Был акция күптәргә өмөт бүләк итә. Ҡарт кешеләргә ул йәш быуындың изге эштәрен күрһәтә, балаларға мәктәптең күңелһеҙ тормошонан ҡотолорға ярҙам итә, — тип фекерен бүлешә Екатерина Андреева.

Биш көн эсендә ҡарлы десант отряды Благовар районының Пришиб, Мирный, Западный, Ҡашҡалаша ауылдарына барып сығырға өлгөрҙө. Студенттар Пришиб ауылының дөйөм ятағында йәшәне, мәктәптең балалары менән дуҫлашты. Ауыр эш көнөнән һуң да улар ҡыҙҙар һәм малайҙар менән баскетбол уйнарға көс таба ине. Шуға ла балалар «Альтаир» отрядын бик яратты, уларҙы тағы ла ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ә инде 20 февралдән башлап 22-еһенә хәтлем отряд шефлыҡ ярҙамы һәм концерт программаһы менән район буйлап сәйәхәт тә итте.

Ҡарлы десант отрядына тик изге күңелле, ярҙам итергә теләүсе, үҙҙәре өсөн файҙа тураһында уйламаусы студенттар ғына килә. Улар ни өсөн эшләй? Йылы һүҙ, рәхмәтле күҙҙәр һәм бәхетле йылмайыу өсөн. Уларға күп кәрәкмәй. Тик үҙҙәренең кәрәклеген һәм ярҙамын ғына белеү һәм эштәренең һөҙөмтәһен күреү. Бындай кешеләр тормошобоҙҙы биҙәй һәм беҙгә өмөт бүләк итә, киләсәкте яҡынайта, мәрхәмәтлелеккә һәм изгелеккә юл ҡуя.

Гөлиә ШАФИҠОВА, БДУ студенткаһы.
Читайте нас: