+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
19 Ғинуар 2020, 22:14

Йәш ирекмәндәр эттәрҙе күстәнәстәре менән һыйланы

Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө гимназияла «Асыҡ йөрәк» ирекмәндәр отряды эшләп килә. Бер аҙна элек улар «Бәләкәй дуҫыбыҙға ҙур ярҙам» акцияһын иғлан итеп, ваҡытлыса аҫрау урынында йәшәүсе эттәргә 16 ятыу урыны теккән һәм аҙыҡ туплаған. Бөгөн йәш ирекмәндәр дүрт аяҡлы дуҫтары янында булып, күстәнәстәрен тапшырып ҡайтты.

«Был ваҡытлыса йәшәү пунктында 140-тан ашыу эт йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар, күбеһенеке күңелһеҙ тамамланған. Пунктты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт инде, улар маҡтауға лайыҡ, барыһы ла изге йөрәкле кешеләр. Беҙгә, ирекмән уҡыусыларға, эттәр менән үҙеңде нисек тоторға өйрәттеләр. Икәүһе янына бөтөнләй яҡын барырға кәңәш ителде. Ә ҡалғандарын һыйпарға, яратырға ярай ине, сөнки уларға иркәләнеү етмәгәне күренеп тора.
Беҙ пункт биләмәһе буйлап, борсаҡ кеүек, таралыштыҡ, һәр беребеҙ барлыҡ эттәрҙе һыйпап ҡалырға тырышты. Берәүһенең кәйефе шәплеге күренеп тора ине, үҙе үк беҙгә йүгереп килде, икенсеһе, киреһенсә, ҡурҡып ҡасты.
Бөгөн бәхетле осраҡтың шаһиты булыуға ла ифрат ҡыуандыҡ. Беҙ бында саҡта ике бәләкәй ҡыҙҙарын эйәрткән йәш ғаилә килеп, үҙҙәренең ике бесәйе һәм эте булыуға ҡарамаҫтан, ҡара көсөктө алып ҡайтып китте. Бәхетле ҡыҙҙарға ҡарап, уларҙың изге күңелле ғаиләлә үҫкәнен, был ваҡытлыса аҫрау пункты юҡҡа эшләмәгәнен аңланыҡ», – тип хәбәр итә интернет селтәрендә ирекмәндәр отряды ағзаһы Лена Косаринова.
Маладистар ҙа инде! Ә һеҙ, дуҫтар, эттәр-бесәйҙәргә ярҙам итәһегеҙме?
Читайте нас: