+4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
13 Март 2020, 11:30
Хәйриә акцияһы
«Һәр ваҡыт янымда бул» төбәк йәмәғәт ойошмаһы дүртенсе йыл инде «Әфлисун фрешы» хәйриә акцияһын ойоштора.
Ул нимәнән ғибәрәт һуң? Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн конкурстар ойошторола, концерт номерҙары ҡуйыла, иң мөһиме, улар өсөн әфлисундар йыйыла. Емештәр балалар йорттарына, приюттарға таратыла.
Был саранан 42-се моделле балалар китапханаһы ла ситтә ҡалманы. Акцияға ҡушылып, әфлисун темаһына оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Байрамда йыйылған емештәр балалар йорттарына оҙатыласаҡ.
Читайте нас в