+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
10 Февраль 2023, 11:00

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

«Ҡулъяулыҡ» акцияһы тип атаһаҡ та, хәрби бурыстарын үтәгән һәр өс батальон һалдаттарына тупланған әйберҙәр араһында йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, майкалар, башҡа эске кейемдәр, олтораҡтар, еүеш салфеткалар менән редакция бүлмәләре тулды. Ә тәмле күстәнәстәр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел: сәтләүектәр, финиктар, инжир, ҡаҡ, сәй, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, балыҡ консервалары, сәк-сәк, бауырһаҡтар... Хатта коридорҙан үтеп барыусылар араһынан шул тиклем әйберҙәрҙе күреп: «Нимә һатаһығыҙ?» – тип һораусылар булды. «Һатмайбыҙ. Һалдаттарға ебәрәбеҙ. Әйҙә, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ беҙҙең гәзит иғлан иткән акцияға», – тип яуаплайбыҙ.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Ысынлап та, һуңғы көнгә тиклем ярҙам итеүселәр булды: кемдер гәзиттән, сайттан уҡыған, кемдер ишеткән. Өфөнән хеҙмәт ветерандары Ренара һәм Мансур Юламановтар плиткалы шоколадтар бирһә, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Азамат улы Бирғәлин һалдаттарҙы һаҡлаһын тип кеҫәгә һалып йөрөтмәле доғалар китапсыҡтары тапшырҙы.

Бөтә йыйылған әйберҙәрҙе – кейемдәрҙе, күстәнәстәрҙе, уҡыусылар яҙған хаттарҙы, һүрәттәрҙе, сигеүле ҡулъяулыҡтарҙы, кәнфиттәр һалынған янсыҡтарҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға арнап яҙылған шиғырын, баҫмабыҙҙың ветераны, шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның да шиғри сәләмдәрен, «Ҡулъяулыҡ» акцияһы хаҡында баҫылған «Йәншишмә» гәзиттәрен, календарҙар, блокноттар, ручкаларҙы – барыһын да тигеҙ бүлеп, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарға 13 һауытҡа тултырып әҙерләнек һәм берҙәм логистик үҙәккә алып барып тапшырҙыҡ. Иншаллаһ, балаларҙың, уҡытыусыларҙың, изге күңелле кешеләрҙең бүләк-күстәнәстәре яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙға 23 февралгә – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тыуған яҡтың сәләме булып барып етер һәм уларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. Беҙҙең йөрәк йылыһы һалдаттарға көс бирһен. Иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайт­һындар.

«Ҡулъяулыҡ» акцияһында ҡатнашҡан бөтә изге күңелле кешеләргә ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә булайыҡ! Берҙәм булайыҡ!

«Йәншишмә» гәзите редакцияһы коллективы.

 

Өскөл хаттар... Һалдат хаттары... 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илебеҙҙең батыр улдары һәм ҡыҙҙары тыуған еребеҙҙе һаҡларға яуға киткәс, араларҙы өскөл хаттар бәйләй. Илебеҙ тарихына ҡанлы юлдар булып яҙылған шул саҡтарға 80 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Һәм бына тағы тарих ҡабатлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙға өскөл хаттар китә. Башҡортостан уҡыусылары үҙҙәренең рәхмәттәрен, изге теләктәрен белдерә.

Был хаттар һалдаттарға рухтарын күтәрергә көс бирә, еңеүгә дәртләндерә. Балалар яҙған сәләмдәрҙе улар күҙ йәштәре аша уҡый, өскөл хаттарҙы ҡәҙерләп һаҡлай, иҫән-һау ҡайтҡас, осрашып, күрешеп рәхмәттәрен еткерергә һүҙ бирә.

Ошо көндәрҙә генә ялға ҡайтҡан һалдаттарҙың береһе – «Шах» исемле хәрби ҡушаматлы яугир Өфө районының Дмитриевка мәктәбенән үҙенә хат яҙған IX синыф уҡыусыһы Элина Хәнәфиева менән осрашты, уға рәхмәт әйтте. Хатты ҡәҙерләп һаҡлауын белдерҙе. Үҙенең илле йәшлек юбилейының да яу ҡырында үтеүен һөйләне. Яҡташ һалдаттарҙың сәләмдәрен еткерҙе. Өлкән синыф уҡыусылары менән осрашып, уларҙың күп һорауҙарына яуап бирҙе.

Яугир ҡулынан ап-аҡ сәскәләр гөлләмәһе алған ҡыҙ ҙа: «Меңәрләгән һалдат араһынан минең хатымдың яҡташыма эләгеүенә бик шатландым. Барыһына һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйем, тыуған яҡҡа, атай-әсәйҙәренә, балалары, ҡатындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар», – тине.

«Йәншишмә» гәзите иғлан иткән «Ҡулъяулыҡ» акцияһына ла ҡушылып, Башҡортостан уҡыусылары ҡосаҡ-ҡосаҡ хаттар ебәрҙе. Өскөл хаттар... Уларҙы тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Бөгөн шуларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ. Ул юлдарға беҙҙең барыбыҙҙың да теләктәре һыйған. Бәлки, шуғалыр ҙа күптәр үҙҙәренең исем-фамилияларын да күрһәтмәгән.

 

Сәләм Өфөнән!

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон һалдатына!

Беҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бөтәһе лә һәйбәт тамамланырына ышанабыҙ. Беҙ бөйөк илдә йәшәйбеҙ, барыһын да булдырабыҙ. Еңеү менән, иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.

 

Риана ИСКАКОВА. Өфө ҡалаһы,

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы.

* * *

Ватанды һаҡлаусы һалдатҡа!

Һөйөклө Тыуған илебеҙҙе, яратҡан Рәсәйҙе һаҡлар өсөн үҙ иңеңә ҙур яуаплылыҡ алып, Ватанға хеҙмәт итәһең. Ошондай ауыр мәлдәрҙә Тыу­ған илде һөйөү, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтәһең! Һинең рух ныҡлығың, батырлығың беҙгә ты­ныс күк аҫтында йәшәргә ышаныс бирә.

Эрика ДӘҮЛӘТШИНА, V «В» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

* * *

Һаумы, ҡәҙерле Ватаныбыҙ һаҡсыһы!

Мин һиңә дошмандар менән алышта батырлыҡ теләйем. Һинең еңеү менән һау-сәләмәт өйгә, үҙеңде көткән һәм яратҡан яҡындарың янына әйләнеп ҡайтыуыңа ышанам. Ниндәй генә йәштә, ниндәй генә хәрби дәрәжәлә булһаң да, һин – ысын батыр. Әле барған ҡанһыҙлыҡ, тәртипһеҙлекте туҡтатыр өсөн ҡыйыу рәүештә һалдат хеҙмәтен үтәгәнең өсөн рәхмәт. Һалдат иңенә төшкән бурыс нисек кенә ауыр булмаһын, аҙаҡҡаса алыш, түҙ, сөнки илебеҙҙе, яҡындарыңды, өйҙә, тыуған ереңдә көткәндәрҙе тик һин генә һаҡлай алаһың.

Артур ИСХАҠОВ, VII синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

 

* * *

Һаумы ҡәҙерле һалдат!

...Яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ. Сөнки борсолоуҙар яу ҡырында бул­ғанда ҡамасауларға мөмкин. Мин һинең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңа ышанам! Шул көндө түҙемһеҙлек менән көтәм. Һиңә әле еңел түгел, дөрөҫөрәге, бик ауыр. Әммә минең һиңә ярҙам иткем килә. Мине лә үҙеңдең яныңда итеп хис ит. Һиңә һаулыҡ, түҙемлек, көс теләйем. Оҙаҡламай, бик тиҙҙән бөтәһе лә һәйбәт тамамланырына ышанам. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Мин генә түгел, бөтә Рәсәй халҡы шулай уйлай. Бөтәһенән дә нығыраҡ һеҙҙе ғаиләләрегеҙ көтә. Мин ышанам: барыһы ла һәйбәт булыр! Ошо хатымдың һиңә яңы көс биреүен, күңелеңде йылытыуын теләйем. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн һин үҙеңдең ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуяһың. Ошо батырлыҡ менән ғорурланабыҙ. Яныңда үҙең кеүек яҡшы иптәштәр булһын. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ еңеүгә ышанабыҙ!

Баймаҡ ҡалаһы.

* * *

Һаумы, ҡурҡыу белмәҫ яугир!

Һине батыр ир-егеттәр байрамы – 23 февраль, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, сәләмдәр ебәрәм.

Мин матур итеп уҡып йөрөйөм. Тышта һыуыҡ, ҡар күп. Мәктәптә  23 февралгә әҙерләнәбеҙ. Яу яла­нында тыуған яҡтарҙан килгән ошо хатым әҙ булһа ла күңелеңде күтәреп ебәрһен ине. Һинең имен-һау әйләнеп ҡайтыуыңды бөтә ил менән көтәбеҙ. Бирешмә! Ауырыма! Үҙеңде һаҡла! Тыуған яғыбыҙға башҡорт ир-егеттәре кәрәк – шуны онотма!

Диана КҮСИМОВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.

* * *

Башҡортостан һалдатына байрам хаты.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле башҡортобоҙҙоң һөйөклө һәм батыр улдары­ның береһе. Исемең кем булһа ла, беҙҙең өсөн һеҙ – Батыр. Етеп килгән 23 февраль – ир-егеттәр байрамы менән ҡотлап, синыфыбыҙ менән хат яҙырға булдыҡ. Беҙ әле ошо байрамға дәррәү әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Шунда һөйләйәсәк шиғыр юлдарын һеҙгә лә яҙып ебәрәм:

Ғорурланам, ағай, һинең менән,

Һин егәрле, эшсән, аҡыллы.

Ҡыйыуһың да үҙең, сыҙамһың да,

Ә йөрәгең һәр саҡ ялҡынлы.

Һиңә, Батыр ағай, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуыңды теләйем.

Артур ЙӘНБИРҘИН, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы.

* * *

Башҡортостан һалдатына байрам хаты.

Һаумы, ҡаһарман яугир! Ҡәҙерле, ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр яугир! Тиҙҙән еңеп, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырыңды бөтә халҡыбыҙ менән көтәбеҙ. Дошмандарға бирешмәй, пулялар һыҙғырыуына ла, снарядтар шартлауына ла иғтибар итмәй, һаман алға, Еңеүгә табан атлайһың. Беҙ, уҡыу­сылар, ватандаштарың, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен, еребеҙ тыныс, халҡыбыҙҙың киләсәге бәхетле булһын өсөн көрәшәһегеҙ.

Йыраҡ ерҙәрҙә йөрөһәң дә, күңелең һәр ваҡыт тыуған яғыңдалыр. Ауылыңды ышыҡлап торған мөһабәт тау­ҙар, ат эсергән мул һыулы йылғалар, тау битләүендәге зифа ҡайындар бер ҡасан да күҙ алдыңдан китмәһен.

Ә беҙ һеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ. Киләсәктә Ватаныбыҙға кәрәкле кешеләр булып үҫер өсөн тырышып уҡыйым. Синыфташтарымдан, уҡытыусыларыбыҙҙан, сәләмебеҙҙе еткереп, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Динийәр МОТАЛЛАПОВ.

* * *

Башҡортостан һалдатына байрам хаты. Ҡайнар сәләм Баймаҡтан. Һаумы, һалдат! Һаумы, яугир!

Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән батырҙың исемен белмәһәм дә, һинең ҡаһарманлығың алдында баш эйәм, бөйөк яугир! Ҡайһы райондан булһаң да, һин – беҙҙең Башҡортостан егете, ҡурҡыу белмәҫ, балаларҙың яҡшы киләсәге өсөн көрәшеүсе.

Һеҙҙең турала телевизорҙан, интернеттан ҡарап барабыҙ. Афаринһығыҙ һеҙ! Йырлап һуғышҡа киттегеҙ. Бейешеп тә алаһығыҙ, яҡшы кәйеф менән күрһәтәһегеҙ үҙегеҙҙе. Ә шулай ҙа тыуған яғығыҙҙы, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, ғаиләгеҙҙе, балаларығыҙҙы һағынаһығыҙҙыр. Бирешмәгеҙ!

Үҙем тураһында ла хәбәр итәйем. Мин Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә III «А» синыфында уҡыйым. Дәрестә ошо хәрби операция тураһында йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ. Көҙгөһөн синыфыбыҙ менән һалдаттарға посылка ебәрҙек. Һеҙгә эләкмәнеме икән беҙҙең күстәнәстәр? Хат та яҙғайныҡ.

Һүҙемде тамамлап, һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, иҫән-һау ҡайтып, беҙҙең менән осрашыуға килеүегеҙҙе теләйем.

Айгүзәл ҠАРАСУРИНА.

* * *

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ил һаҡсыһы! Һеҙҙе етеп килгән байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, сәләмдәребеҙҙе ебәрәбеҙ.

Беҙҙең мәктәптә патриотик рухлы балалар уҡый. Әлеге мәлдә ошо байрамға әҙерләнәбеҙ: гәзит сығарабыҙ, шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ, строй менән йөрөргә, һалдат күнекмәләрен эшләргә төшөнәбеҙ.

Кем булһағыҙ ҙа, һеҙ – Башҡортостан кешеһе. Башҡорт батырҙары – Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, күренекле шәхесебеҙ Мортаза Рәхимов тоҡомонан. Шуға ла һеҙҙең еңеү яуларығыҙға ышанабыҙ һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.

Мәктәбебеҙҙә көҙгөһөн һалдат һәйкәле ҡуйҙылар. Беҙ көн һайын ошо һәйкәл-һалдатҡа сәләм биреп үтәбеҙ.

Бәлки, һеҙҙең менән дә берәй ваҡыт осрашырбыҙ әле.

 

Рәсилә ХӘЛИСОВА, уҡыусы. Баймаҡ ҡалаһы,

5-се мәктәп.

Һалдаттарға – сигелгән  ҡулъяулыҡтар

Яңы йыл башынан «Йәншишмә» гәзите иғлан иткән «Ҡулъяулыҡ» акцияһын Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының «Аҡбуҙат» фольклор һәм «Айым» театр түңәрәктәренә йөрөгән балалар әүҙем күтәреп алды. Ике аҙна буйы 10 – 11 йәшлек балалар нескә генә бармаҡтары менән тырыша-тырыша ырғаҡ, энә тотоп, төрлө төҫтәге мулине, сәйләндәр менән һалдат ағайҙарға матур-матур ҡулъяулыҡтар сикте. Уларҙың сәмләнеп эшләүҙәрен күреп, V «А», V «Б» синыфтары (тәрбиәселәре – Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллина), VIII «А», «Б», «В», «Г» синыфтары (тәрбиәселәре – Лилиә Хәмит ҡыҙы Илгилдина), «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә (етәксеһе – Гүзәл Ғәли ҡыҙы Фәрхетдинова) шөғөлләнеүселәр ҙә килеп ҡушылды.

Тәрбиәселәр ойоҡбаштар бәйләп, сәйҙәр, консерваланған ҡуйыртылған һөт, балыҡтар һатып алып туп­ланы. 23 февралгә байрам күстәнәсе итеп «Оҫта ҡулдар» түңәрәге ағзалары янсыҡ тегеп, уның эсенә тәмле кәнфиттәр ҙә тултырҙы. Бар уҡыусылар изге теләктәрен хаттарға яҙып, һүрәттәр ҙә төшөрҙө.  Әҙерләгән бүләктәребеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан яҡташтарыбыҙға барып етеп, уларҙы бер аҙ ҡыуандыра алһаҡ, беҙҙең күңелгә лә рәхәт булыр ине.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ балалары фронтҡа ярҙам итеп, металл һыныҡтары йыйған. Улар танк һәм самолёт төҙөү өсөн ҡулланылған икән.

Әле лә ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтергә тырыштыҡ. Иң мөһиме, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, һалдаттар иҫән-һау тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. «Ҡулъяулыҡ» акцияһына ҡушылған уҡыусыларға, тәрбиәселәргә, өҫтәмә белем биреү педагогтарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Йәмилә РАМАҘАНОВА, өҫтәмә белем биреү педагогы, директорҙың

тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: