Был мәктәптең етәкселәре – Булат Яҡшыбаев менән Анастасия Лапшина. Булат Роберт улының йәнә дүрт балалар баҡсаһы бар. Инде бына бына дүрт йыллап уларҙа хәйриә акцияһы ойошторола. Ата-әсәләр менән бергәләп хосписта ятыусы балаларға ярҙам итәләр: макулатура тапшырып, аҡса күсерһендәрме, гигиена әйберҙәре йыйһындармы... Ә быйыл «TAU CETI» мәктәбе лә изге сараға ҡушылды.
Йәрминкәлә печенье һәм алма бәлеше тәҡдим итеүсе ҡыҙҙар менән һөйләшәм. 45-се мәктәптә белем алыусы Карина менән Әмирә Булат Роберт улының ҡыҙҙары булып сыҡты.
– Бер тапҡыр бешереп ҡараным да печеньены өйҙәгеләргә тәмләттем. Оҡшаттылар. Шуға йәрминкәгә лә килтерҙем, – ти Әмирә.
Ә Каринаға өләсәләре шарлотка рецебын биргән. Бешереп ҡараған, тәмле килеп сыҡҡан. Был ҡыҙҙар – ғаиләлә ҙурҙары, барлығы биш бала тәрбиәләй Булат Роберт улы менән Зөлфирә Зөфәр ҡыҙы. Карина һүрәт төшөрөргә ярата, Әмирә пианино түңәрәгенә йөрөй. Яҡшы уҡыйҙар. Камилә һеңлеләре I синыфҡа төшкән, ә Эмилия менән Кәрим мәктәпкә бармаған әле. Күмәкләп йыйылғанда өҫтәл уйындары уйнарға яратабыҙ, ти ҡыҙҙар.
Башҡа һатыусылар ҙа тауарын ихлас тәҡдим итте. Бер аҙҙан балаларҙы Көҙ апай йыйып алды. Күңелле итеп уйнап, төрлө «һынау»ҙар үтеп, дуҫлыҡ шәме яндырҙылар. Артабан күләгәләр театры спектаклен ҡарарға ултырҙылар.
Әйткәндәй, Лилиә Мөхәмәтшина һәм Елена Коркешко етәкләгән «Балаҫтағы театр» менән мәктәп күптән хеҙмәттәшлек итә. Улар бәләкәстәргә йыш ҡына бушлай тамаша ойоштора.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар араһында бер нисә сәғәт эсендә дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылды. Бергәләп сәй эстеләр. Балалар ауырымаһын, йыйылған матди ярҙам аҙыраҡ булһа ла хәлдәрен еңеләйтһен ине.
АВТОР фотолары.