-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шәжәрә байрамдары
2 Июль 2022, 11:35

Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ

– Өләсәй, ниңә бөгөн бында әллә күпме халыҡ йыйылған ул?– Шәжәрә байрамына килгәндәр, улым.– Нимә һуң ул шәжәрә?

Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ

– Шәжәрә – нәҫел ағасы. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ тарихты белеү өсөн ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан, тарихыбыҙҙан һут ала. Ә тамыры ни тиклем тәрән, ни тиклем ныҡ икән, ағас та шул тиклем йыуан, тармаҡлы, көслө булып үҫә.

Өләсәй менән ейәндең ошондай матур һөйләшеүе менән башланып китте Шәжәрә байрамы. Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына нигеҙ һалыусылар­ҙың береһе булған Арғынбай нәҫеленең, йәғни уның улы Ишмөхәмәт, ейәне Мөхәмәтшәриф һәм бүләһе Мөхәмәтсәлимдең алты балаһының дүртенсе, бишенсе, алтынсы быуыны йыйылып, тарих төпкөлөн байҡаны.
Йыйындың төп өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Фойела Аҙнабай, Хәлимә, Ғәҡиҙә, Мәғүҙә, Хәкимә һәм Арғынбай нәҫеленең шәжәрәләре, улар араһында булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙары хаҡында мәғлүмәт, туғандарҙың фотокүргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине.
Ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алып, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ауылдаштарыбыҙҙың исемлеге яҙыл­ған таҡтаташҡа сәскәләр һалғандан һуң барса халыҡ тамаша залына ағылды. Ә һеҙ уларҙың күплеген күрһәгеҙ! Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Варта, Өфө... Ҡай­ҙан ғына килмәгән үҙҙәре! Илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралышҡан туғандарҙы берләштергән, зат-ырыуҙы бергә туп­лаған, нәҫел сылбырын бәйләгән сараға ике йөҙҙән ашыу ҡан-ҡәрҙәштәр йыйылды. Әйткәндәй, архив материалдарына таянып, Мөхәмәтсәлим олатайҙың тармағынан ғына алты йөҙләп кеше иҫәпләнелгән.
Байрамды мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, Мөхәмәтсәлим олатайҙың дүртенсе быуын ейәнсәре Гөлгөнә Урал ҡыҙы Татлыбаева йәнле итеп алып барҙы. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы хакимиәте башлығы Әлфәрит Сабирйән улы Йосопов сығыш яһағас, сәхнәгә бер-бер артлы туғандар күтәрелде. Һәр нәҫелде барлап, барыһы менән дә яҡындан таныштыҡ. Бигерәк тә атаһының тыу­ған төйәгенә ашҡынып ҡайтҡан Ҡаҙағстан ҡунағы Әлфиә Тимерхан ҡыҙы Хәҙиеваның сығышы тул­ҡынландырғыс булды.
– Атайым – репрессия ҡорбаны. Йәп-йәш көйөнсә генә, бер ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп, тыуған төйәгенән айырылырға тура килә уға. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. Һуңынан Ҡаҙағстанда төпләнеп, ғаилә ҡора. Әсәйем менән ике бала үҫтерҙеләр. Атайым ғүмере буйы Башҡорт­останын, Ҡыпсаҡ-Асҡарын һағынып йәшәне. Туғандары менән дә бәйләнеште өҙмәҫкә тырышты, һәр ваҡыт хат-хәбәрләшеп торҙолар, һирәкләп булһа ла ҡайтҡылап йөрөнө. Шул тиклем күп һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан атайыма, Аллаға шөкөр, Хоҙай ғүмерҙе йәлләмәне. 93 йәшендә гүр эйәһе булды. Ә мин уның тыуған яғына беренсе тапҡыр килеүем, – тине ул.
Оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының бүлек мөдире булып эшләгән Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримованың һөйләгәндәренән нәҫел-затыбыҙҙың бай тарихлы, көслө тамырлы булыуын, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылының үткәнендә, бөгөнгөһөндә мөһим урын биләүен белдек.
Бар яҡтан да килгән, йыр-моңға маһир туғандарыбыҙ байрамыбыҙҙы матур концерт номерҙары менән биҙәне. Алты йәшлек Мәликә Ғәфиәтуллинаның, бишенсене тамамлаған Рамаҙан Садиҡовтың йыр­ҙарын, унынсы синыфты бөткән Әҙилә Насированың өҙҙөрә баҫып бейеүен айырыуса яратып ҡабул итте тамашасылар. Үҙҙәрен көслө ал­ҡыш­тарға күмделәр.
Байрамда балаларҙың да күп булыуы ҡыуандыр­ҙы. Тимәк, үҫеп килеүсе йәш быуын да тамырҙары менән ҡыҙыҡһына, шәжәрәне белеп үҫә.
– Мин Мәғүҙә нәҫеленән. Үҙебеҙҙең шәжәрә менән ентекләп таныштым, фотоға ла төшөрөп алдым. Хәҙер һәр береһенең исемдәрен яҡшы беләм. Мин – туғыҙынсы быуынмын, – ти Өфө районы Нуғай ауылындағы 147-се мәктәптең IV синыфын тамамлаған Рәмис Рәхим­ғолов.
Сараның икенсе өлөшө тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Йәмле Дим буйы гөрләп торҙо ул көндө! Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, былау, хашламалар бешереп, шашлыҡ ҡыҙҙырып, самауыр сәйе ҡайнатып, ҙур табын ҡорҙо Мөхәмәтсәлим балалары. Бер-береһе менән яҡындан танышып, аралашып, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял иттеләр. Балалар өсөн мауыҡтыр­ғыс уйындар ҙа әҙерләнгәйне. Ҡыҙҙар һәм малай­ҙар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, бер-береһе менән танышып, дуҫлашып өлгөрҙө.
Шәжәрә – ул сал тарих­ҡа бағыр тәҙрә, тиҙәр бит. Ысынлап та, күмәкләшеп үткәндәргә, атай-олатай­ҙар йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булдыҡ. Бының өсөн барлыҡ ойоштороусыларға, бигерәк тә Таһинур Бәҙретдинова менән Гөлзәминә Кәримоваларға, рәхмәтлебеҙ. Шундай ҙур, сауаплы эш атҡарып сыҡты улар. Моғайын, беҙҙең йәшәү башлан­ғысы булған Мөхәмәтсәлим олатайҙың, уның быуынын дауам иткән балаларының рухтары ла ҡыуанғандыр. Сөнки нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә – иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ!

Юлиә КИРӘЕВА.

Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Тамырыбыҙ менән көслөбөҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: