+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Май 2018, 17:37

Рамай ҠАҺИР шиғырҙары

Тырыштан тир кипмәҫ

Эш башҡарам, атай әйтә:

– Әйҙә, улым, бул тырыш.

Кеше сыҙамлы була ул,

Кеше ул, гүйә, ҡорос!

 
– Тырышҡан ташты яра ул,

Тырыштан тир кипмәҫ, – ти.

– Ялҡауҙар ғына тик ята,

Ялҡауҙан сир китмәҫ, – ти.

Ихтыяр көсө
Ихтыярлы бөгөн эшләп,
Иртәгеһен ял итә.
Ихтыярһыҙ эшләрмен, тип
Аҙна буйы ант итә.
Ҡалған эшкә ҡар яуа
Эште ҡалдырма, ти, атай,
Ҡалған эшкә ҡар яуа!
Яуап бирәм: әле йәй бит,
Йылы бөркә һыу, һауа!
Йәйен нисек ҡар яуһын, тим,
Эшләнмәгән ул эшкә?
Атайым шуны аңламай,
Етһә лә илле йәшкә.
Оҙаҡҡа һуҙма, улым, тип
Атай миңә эш ҡушты.
…Ҡасан ҡар яуыр икән, тип
Көтөп йөрөйөм ҡышты!
Йылмайыу
Кешеләргә йылмаямын,
Матур минең йылмайыу.
Аптырап ҡарай башҡалар,
Бейейме әллә айыу?
Эргәмдә уйнай дуҫтарым:
Мөнир, Әҡлимә, Әхәт.
Улар өсөн йылмаямын,
Дуҫтарға булһын рәхәт!
Йылмайыу – ул, белегеҙсе,
Башҡа кешеләр өсөн.
Нығыта ла, арттыра ла
Дуҫлыҡ ебенең көсөн.
Әгәр миңә аҙна буйы
Берәү ҙә йылмаймаһа,
Күңел ҡата, кәйеф төшә,
Төндәрен йоҡо ҡаса.
Шуға ихлас йылмаямын
Көн дә башҡалар өсөн.
…Күңел күтәрелеп китә
Һәм артып китә көсөм!
Себеште көҙ һанайҙар
Һәр эштә лә алдынғы мин,
Уҡыйым тик «бишле»гә.
Маҡтау һүҙҙәре лә миңә
Иң беренсе эләгә.
Бөгөн тағы «биш» алдым, тип
Маҡтанһам ағайыма.
Ҡырыҫ ҡарап әйтеп ҡуйҙы:
– Көт әле, ҡабаланма!
Алдан ҡысҡырма, ти ағай,
Себеште көҙ һанайҙар.
Сығарылыш уҡыусыһын –
Имтиханда һынайҙар!
– Ярар, тинем ағайыма,
Себеште көҙ һанарбыҙ.
Беҙ, тырыштар, мәктәпте лә
«Алтын»ға тамамларбыҙ!
Читайте нас: