+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Октябрь 2018, 12:34

Рәфил Саматов шиғырҙары

Дүртөйлө районындағы оҙон толомло башҡорт ҡыҙҙарына оҡшаш Баҙы йылғаһы буйында Шишмә ауылы бар. Рәфил Саматов – шул яҡ егете, 1972 йылда тыуған. Шишмә һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, күрше Исмаил ауылында белем ала. Күмәк хужалыҡта бер аҙ хеҙмәт һалғас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. Унан һуң ауыл хакимиәтендә эштәр менән идара итеү бүлеген етәкләй. Әлеге көндә «Юлдаш» район гәзите хеҙмәткәре.

Дүртөйлө районындағы оҙон толомло башҡорт ҡыҙҙарына оҡшаш Баҙы йылғаһы буйында Шишмә ауылы бар. Рәфил Саматов – шул яҡ егете, 1972 йылда тыуған. Шишмә һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, күрше Исмаил ауылында белем ала. Күмәк хужалыҡта бер аҙ хеҙмәт һалғас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. Унан һуң ауыл хакимиәтендә эштәр менән идара итеү бүлеген етәкләй. Әлеге көндә «Юлдаш» район гәзите хеҙмәткәре.

Бәләкәйҙән тәбиғәтте яратҡанғамы, әҙәбиәткә, ижадҡа ғашиҡ. Тормошта булған төрлө ҡатмарлы ваҡиғалар, ауыр, әсе яҙмыштар тәрән уйланырға һәм ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә уны. Төрлө мәҡәләләре, очерк һәм хикәйәләре район, республика матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле шиғырҙарын.

Рафаил ХАФИЗОВ, шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башҡортостан – тыуған төйәгем

Был шиғырым тыуған яҡҡа
Мәҙхиә йырлау булһын.
Тормошобоҙ шау-гөр килеп,
Ил-көндәр тыныс торһон.
Аяҙ күктән көләс ҡояш
Йомарт һипһен нурҙарын.
Ҡот өҫтәһен илкәйемә
Данлы ҡыҙ һәм улдары.
Башҡортостан тәбиғәте
Шундай иҫ киткес йәмле.
Уға тиңдәр башҡа ерҙә,
Әйтегеҙ әле, бармы?
Мәғрур ҡая-тауҙарына
Ҡарап туймаҫлык хатта!
Урмандар, йылға-күлдәр ҙә
Бик күп ул беҙҙең яҡта.
Уңдырышлы киң ҡырҙарҙа
Шаулап µлгөрә иген.
Хуш еҫле икмәк һәр ваҡыт
Биҙәй табындың түрен.
Йәйге иртәлә өҙҙөрөп
Һайрай ҡоштар талдарҙа.
Башҡа ғәжәйеп төбәкте,
Юҡ, булмай ул табырға!
Бына шундай бай һәм гүзәл
Беҙҙең тыуған яғыбыҙ.
Әгәр ҡунаҡҡа килһәгеҙ,
Ихлас ҡаршы алырбыҙ!

Игенсегә мәҙхиә

Был мәҙхиәм тырыш игенсегә,
Данлайым әле батыр улдарҙы.
Ҡеүәтле ҙур баҫыу караптарын
Буйһондорған алтын ҡулдарҙы.
Көн оҙоно гиҙгән шул карапта
Иңләп-буйлап иген ҡырҙарын.
Штурвал тотҡан ҡыйыу, йәш егеттең,
Эх, белергә ине уйҙарын!
Иҫәп тоталыр ул, тиҙ арала
Йыйып алырға, тип игенде.
Хоҙай көндө биреп, йәһәт кенә
Тамамларға ураҡ миҙгелен.
Шундай изге уй-ниәттәр менән
Арымай-талмай эшләй игенсе.
Ил табыны һыйлы булһын өсөн
Һалалыр ул ергә бар көсөн.
Гәрәбәләй бойҙай бөртөктәре,
Гүйә, алтын, илем ҡалҡаны.
Игенсенең тырыш хеҙмәтенә
Яҡшы баһа бирсе, Ватаным!
Йырым минең – уңған игенсегә,
Дан һеҙгә, дан, ялан улдары!
Киләсәктә яҡты, имен булһын
Һеҙ уҙаһы ғүмер юлдары!

Ике тел дә яҡын күңелгә

Үҙем татарса яҙһам да,
Ғашиҡмын мин башҡорт теленә.
Сөнки ғәжәп, наҙлы, моңло тел ул,
Шундай матур, яҡын күңелгә!
Татар теле – бөйөк Туҡай теле,
Ғорурлығы, йөҙө милләттең.
Әсәм мине тал бишеккә һалып,
Нәҡ шул телдә көйләп тирбәткән.
Башҡорт теле – бөйөк Рәми теле,
Туғандаш тел татар теленә.
Татар, башҡорт иңде-иңгә ҡуйып,
Бергә атлай тормош үренә.
Хайран ҡалам йөҙөп бейегәндә
Нескә билле башҡорт ҡыҙҙары.
Ләззәтләнәм улар һөйләгәндә,
Шундай гүзәл, сибәр үҙҙәре!
Баһадирҙай егеттәренең дә
Тауыштары ғорур яңғырай!
Ул егеттәр – ҡая бөркөттәре,
Ә ҡыҙҙары – ләйсән ямғыры.
Саф татарса аралашһам да мин,
Ысынлап ғашиҡ башҡорт теленә.
Ошо ике тел дә минең өсөн
Берҙәй яҡын, тигеҙ күренә!

Бишек йыры

Хәтеремдә, өйөбөҙ түрендә
Оҙон-оҙаҡ йылдар буйына
Тирбәлә ине матур тал бишек,
Шул ваҡыттар сыҡмай уйымдан…
Тал бишектә тирбәлгән сағында
Әсәйебеҙ көйҙәр көйләгән.
Киләсәктә кеше булһындар, тип
Изге теләктәрен теләгән.
Беҙ биш бала үҫтек, инде хәҙер
Таралыштыҡ төрлө ерҙәргә.
Һәр көн беҙҙән хәбәр көтә әсәй
Таңда иҫкән етеҙ елдәрҙән.
Ғәзиз әсәй, тал бишекле йортто
Күрмәй йәшәү мµмкин түгел ул.
Моңло кµйҙәр тыңлап үҫкәнгәме,
Бигерәк нескә минең күңелем…
Тал бишектә үҫкән балалар беҙ,
Килгәндән һуң яҡты донъяға.
Бала сағым минең тормошомдоң
Күркәм миҙгеленән һанала.
Читайте нас: