Шиғырҙары «Аҫылташтар йыйыр саҡ» (Учалы, 2006), «Ике ҡояш» (Учалы, 2008), «Йәйғор» (Бәләбәй, 2011, 2013), «Ҡуңыр буға» балҡышы» (Учалы, 2015) коллектив йыйынтыҡтарға индерелде. «Менегеҙ ҡанатлы аттарға» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Китап» нәшриәтендә 2012 йылда донъя күрһә, былтыр «Урал ҡоросо» китабы баҫылып сыҡты.
Мөнир Иҡсанов – Учалы районындағы Миндәк ауылының 7-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Балаларҙы ла ижад серҙәренә өйрәтә. Уның уҡыусылары йыл да балалар ижадына арналған семинарҙарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып тора. Шиғыр, әкиәт, хикәйәләре «Татыу ғаилә» (Учалы, 2016), «Умырзая» (Сибай, 2017), «Өлкәр» (Сибай, 2018), «Яңы офоҡтар» (Өфө, 2018) йыйынтыҡтарында донъя күреп өлгөрҙө. Мөнир Иҡсанов уҡыусыларының ижад емештәрен «Йәншишмә» гәзитенә лә ебәреп тора. Бынан тыш, уның етәкселегендә балалар «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында ла үҙ көсөн һынап ҡарай.
Мөнир Иҡсанов 2009 йылда «Ағиҙел» журналының йәштәр араһында уҙғарылған «Күңелемдә – донъя сере», «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге шиғриәт конкурстары еңеүсеһе булды. 2011 йылда – «Шоңҡар» журналы лауреаты. Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при алыусы (2011 йыл). Флүзә Әхмәҙиева исемендәге төбәк әҙәби премия лауреаты (2017 йыл). 2014 йылдан – Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Уҡыусылар иғтибарына авторҙың «Балаларға нәсихәт» шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Балаларға – нәсихәт
1
Бер нәсихәт бирәм, балам, тормош юлыңа:
Һис ҡасан да хәмер-шарап алма ҡулыңа.
«Ни өсөн?» – тиһәң, бының барҙыр бик ҙур сәбәбе –
Ата-бабаң үҙ итмәгән хәмер эсеүҙе.
Хәмер эсеү хәрәм булған, ҡаты тыйылған,
Уға хатта ҡағылыу ҙа гонаһ һаналған.
Олатайҙар белгән: хәмер тамһа ауыҙға,
Тамсыһы ла әүерелә көслө ағыуға.
Шул ағыуҙы күп халыҡтар тәмләп ҡараған
Һәм күптәре шуға күрә тамам ҡырылған.
2
Индеецтар борон бөйөк, ғорур булғандар,
Һунар итеп, күккә бөркөт сөйөр булғандар.
Телмәр тотҡан саҡтарында шағир булғандар,
Алыштарҙа ҡурҡыу белмәҫ яугир булғандар.
Аҡ тәнлеләр индеецтың ҡанын күп түккән,
Ләкин мәхрүм итә алмаған уны иректән.
Шул ваҡытта баҫҡынсылар мәкер ҡорғандар:
Аҫабаның алдарына хәмер ҡуйғандар.
Ошонан һуң индеецтың бөткән ҡеүәте,
Иңләмәгән зәңгәр күкте уның бөркөтө,
Гайавата данланған йыр киткән теленән,
Һәм дәһшәтле томагавк төшкән ҡулынан.
Бик тиҙ әйләнгән ул утлы һыуҙың ҡолона,
Үҙ ғүмерен шулай ҡуйған әжәл юлына.
Ә чукчалар борон хужа булған Себергә,
Сирҙең ни икәнен белмәгәндәр ғүмерҙә.
Көн күргәндәр һунар итеп китҡа, боланға,
Йән аямай ташланғандар килгән дошманға.
Тик улар ҙа хәмер эскән күреп урыҫтан,
Нәҫелдәрен шул әлеге хәмер ҡоротҡан.
Унан һәләк булған тағы бик күп яҡуттар,
Эскимостар, эвенк халҡы, татар, башҡорттар.
Ни өсөн беҙгә хәмер эсеү шулай килешмәй?
Ни өсөн европалы араҡыға бирешмәй?
Бер аҙ ошо хаҡта беҙ уйланһаҡ әгәр ҙә,
Тыҡмаҫ инек, бәлки, башыбыҙҙы хәмергә.
Белеп ҡуйсы, балам, булма наҙан, аҡылһыҙ:
Алкоголде эшкәртә алмай беҙҙең ҡаныбыҙ!
Шуға беҙҙең халыҡ эсһә, бик тиҙ иҫерә
Һәм һиҙмәй ҙә ҡала һалышҡанын эскегә.
Ҡотолорға теләп, ант итә һәм илай ул,
Ләкин эскелектән һис ҡотола алмай ул.
3
Беҙ онотҡас, ата-баба әйткән һүҙҙәрҙе,
Хәмер ҡырҙы беҙҙең егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы.
Булды заман: Башҡортостан хәмер эсеүҙә
Тәүге урын алып торҙо бөтөн Рәсәйҙә!
Хәмер ҡунды һәр өҫтәлгә, һәр бер табынға.
Шул арҡылы әүерелде тормош тамуҡҡа.
Бер эскәне ташламаны яман ғәҙәтен,
Хәйерсегә әйләнде ул, ташлап хеҙмәтен,
Араҡынан томаланды яҡты зиһене,
Зәғифләнде саф намыҫы, тәне һәм йәне,
Алмаштырҙы ул ғаиләһен, көнөн хәмергә.
Күрәһең бит – ундай заттар бик күп хәҙер ҙә.
Хәмер шешәләре йөрәгеңә тоҫҡалған.
Яманыраҡ ҡорал юҡтыр ошо ҡоралдан.
Һаулығыбыҙ иҫәбенә кемдер көн һайын
Хәмер һатып, ҡалынайтып тора кеҫәһен.
Аңлаһалар ҙа ошоно ата-әсәләр,
Байрамдарҙа йыйылышып хәмер эсәләр.
Балаһына улар шулай үрнәк күрһәтә,
Йәнәһе лә, бер бокалдан булмай бер ни ҙә.
Күптәр кеше һүҙен йыҡмайым, тип эсәләр,
Йәнәһе лә, тәҡдим иткән кеше үпкәләр.
Ләкин, балам, мәғлүм инде һиңә барыһы –
Шатлыҡ түгел, ҡайғы ғына килтерә араҡы.
4
Балам, ҙурайғас та кешеләргә эйәрмә,
Ҡорҙа һәм табында хәмер эсеп өйрәнмә!
Балаҡайым, зинһар, тыңла әйткән һүҙемде,
«Эсеп ебәр!» – тип ҡыҫтаһа кемдер үҙеңде,
Бер ваҡытта ла һин алкоголгә ҡағылма,
«Мин эсмәйем!» – тип әйт. Ул өгөтләр тағы ла.
Ул һорашҡан булыр эсмәүеңдең сәбәбен.
Һин аҡланма, әйҙә һине эстән әрләһен.
Эстән әрләр, тел тейҙереп, бәлки, кәмһетер,
Эсмәй күңел асыуыңа үҙе көнләшер.
Шул ваҡытта һин төшмәһәң кеше һүҙенә,
Күркәм, һау булырһың, күтәрелер бәҫең дә.
Байрам иткән саҡта ҡымыҙ, буҙа, айран эс,
Араҡыға һәм һыраға тыуһын ерәнес!
Шампандан да, шараптан да баш тарт, төңөл һин,
Ундай эсемлектәр йыуынтыҡҡа түгелһен!
Хужа булһаң әгәр, йәмле табын ҡорорһоң,
Ҡунаҡ булһаң әгәр, табын йәмен тойорһоң.
Һәр саҡ өндә туғандарҙы, өндә дуҫтарҙы –
Шараптарһыҙ үткәрһендәр байрам-туйҙарҙы.
Тыуған көндәр булған саҡта йәки Яңы йыл
Ата-әсәңә әйт: «Ултыртмайыҡ алкоголь!»
Ата-әсәң, яҡындарың әйтһен тостарын,
«Затлы» шампан түгел, эсеп татлы һуттарын.
Аңлат һин уларға, аңлат талмай-арымай,
Ни өсөн беҙгә хәмер һис эсергә ярамай.
Хәмер тәмләмәһен йәнә һинең балалар,
Шул ваҡытта ҡайтыр беҙҙең матур йолалар!
Күңелеңдә ҡалһа, балам, ошо нәсихәт,
Йәшәрһең һин хәсрәт белмәй, күреп сәғәҙәт.