Ул «Өскөл хаттар», «Тормош ағасы», «Уртаҡлашыр серҙәр», «Ябай мөғжизә», «Батыр егет – ил күрке», «Күҙ йәштәре», «Ғишыҡ тотоу – ут йотоу» һәм башҡа шиғырҙар, поэмалар, повестар, хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы.
Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы мәктәп йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя. Артабанғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын күрһәтә. Риф Фәйзрахман улының тиҫтәләгән шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Прозала ла уңышлы ижад итә, юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе булараҡ таныла, тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Уның үҙенең шиғырҙары ла урыҫ, белорус, төрөк, удмурт, сыуаш телдәренә күсерелгән.
Тик ул ҡаршы тора алмағас
«Һә» тигәнсе ҡурҡаҡ йәнде
Аҙашҡас, урманда бер Ҡуян,
Яр һалып ян-яҡҡа ҡысҡырған:
– Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ,
– Ниңә, – ти Тайыштабан, –
– Ҡурҡыуҙан һин бит хәҙер
– Ебәр, – ти, – Айыу ағай!
Ҡалмаҫ өсөн Көршәк хәлендә,
Уйла һүҙең әйткән мәлеңдә.
Тик киләләр «гөр» ҙә «гөр»:
«Малай, рәхмәт!» – тиҙәрҙер.