+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Февраль 2020, 13:32

Тамара Ғәниева шиғырҙары

Ҡурай

Саҡрым-саҡрым дала оҙонлоғо,

Күлдәй тәрән, йондоҙ кеүек бейек,

Үҫкәнендә иҫте китермәгән

Бынау үлән нәҡ тылсымсы кеүек.

 

Оҫта ҡулдар, ҡайнар ирендәрҙең

Ҡағылыуы етә – о, мөғжизә!
Аттар кешнәй, ҡымыҙ күбекләнә,
Сәхрә иңләп кейек, януар гиҙә.

Халҡым кеүек ғорур, бөйөк, ябай,
Йыр-моң бүләк итеп илдәр урай.
Донъялағы барлыҡ көйҙө белә
Күк Уралда үҫкән моңло ҡурай.

Скрипка


Һыҙғыслы, дүрт ҡыллы үҙе –
Мандолинаға оҡшаш.
Тик үтә наҙлы күңелле
Был нескә билле туташ.

Яурындарға иркәләнеп,
Һала ла моңло башын,
Ҡағылған һайын хистәре
Һыҙылып сыға ташып.

Башҡортостан тупрағына
Ул ситтән төшкән килен.
Берсә илай, берсә көлә,
Һағына микән илен?

Һорнай


Торна тауышы сығарып,
Һағыштарға сорнай –
Һорнай.
Яуыздарға ләғнәт уҡый,
Ҡурҡаҡтарҙы хурлай –
Һорнай.
Баҡыр ҡатыш ағас торба
Берсә көлә, берсә илай –
Һорнай.

Батырҙарға ул дан йырлай,
Илен-ерен ҙурлай –
Һорнай.
Походтарҙа әйҙәр оран,
Байрамда ла ҡулай –
Һорнай.

Баян


Күкрәгең ҡолас киңлеге,
Телдәрең нисәү, баян?
«Перовский» көйөн көтөп,
Ҡысытып тора табан.

Нисә көй беләһең икән,
Милләт айырмаҫ, баян?
Дуҫтар йыйылған һәр ерҙә
Ҡулыма һине алам.

Борон-борон замандарҙы
Йырға һалыусы баян,
Исемем телдән төшмәҫ, тип
Уйлаһын инде ҡайҙан.

Тальян


Ҡалай моңло көй сыға, тип,
Ҡурайҙы тыңлай Милан.
Сардиния, Сицилия –
Утрауҙар ҡала хайран.

Ҡулына ала гармунын
Егете был яҡтарҙың.
– Синьорина, синьорина,
Талмаһын аяҡтарың!

– Мә, башҡорт, иҫтәлек булһын, –
Гармун һона итальян.
Хәҙер саф башҡортса йырлай
Уралға ҡайтҡан тальян.

Ҡумыҙ


Ни булған ҡыҙығыҙға,
Ни булған улығыҙға?
Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр
Бейешәләр ҡумыҙға.
Асҡыс хәтлем бәләкәй,
Үҙендә ниндәй дарман.
Күңел моңона ҡушылып,
Көй аға тилбер ҡулдан.
Йә тимер, йә сыранан
Ипләп яһалған ҡумыҙ.
Кеҫәгә генә һыймалы,
Эй, тыпырлай улығыҙ,
Эй, тыпырлай ҡыҙығыҙ.

Думбыра

Бәйге йәмләр кем булыр?
Әйтеш әйткән ир булыр.
Сәсән телле ир булыр.
Аҡын-сәсән ҡулында
Ҡыллы думб(ы)раһы булыр, ау,
Ҡыллы думб(ы)раһы булыр.
Ағас думб(ы)ра ни әйтер?
Йыраусыға терәктер,
Тыңлаусыға бүләктер.
Майҙанды хайран иткән
Был икәү – һәр икеһе
Моң, аҡыл йөкмәткеһе, ау,
Моң, аҡыл йөкмәткеһе.

Биҙрә сиртеү

Инәлткән була ҡурайсы,
Гармунсыһы көй һайлай.
Бармаҡсы кейеп биҙрәгә
Сиртәм. Бейегеҙ, давай.
Биҙрә төбө зыңғыр-зыңғыр,
Көйө көр генә ҡалай.
Һыу ташырға, бейетергә,
Таҡмаҡ әйтергә ярай.

Һыбыҙғы

Беҙҙең яҡта үлән көйлө,
Ағастар йырлап тора.
Баҫҡан ер моңға тулышҡан,
Эйелеп тыңлап ҡара.
Әүәләп ҡыҙыл балсыҡтан,
Һылап-һыпырып ҡына,
Эсең бошһа, дәртең булһа,
Һыбыҙғы яһап уйна.
Ҡоштар менән ярышырлыҡ
Ҡөҙрәте була уның.
Фью-фью, фью-фью, тью-тью-тью –
Тауышы һыбыҙғының.

Оркестр

Ике ҡумыҙ, думб(ы)ра, ҡурай,
Өс тальян, ике баян,
Мандолина, (э)скрипка –
Геүелдәп тора майҙан.
Өзләп ебәрә малайҙар,
Биҙрә сиртә ҡыҙҙары.
Һорнай саҡырған ыңғайға
Көйләй һыбыҙғылары.
Ололар ҡул сабып тора,
Түңәрәк ҡора йәштәр.
Был оркестр – боронғолар
Аманат иткән йәдкәр.
Читайте нас: