Әтәстәр күптән ҡысҡырҙы,
Ҡояш та сыҡты иртән.
Атай менән әсәһе лә
Торҙолар инде күптән.
Ә Ирек һаман да ята,
Уянған ул – йоҡламай.
«Нимә булған, ниңә ята?..»
Әсәһе һис аңламай.
Башҡа көндө иртән тороп,
Йүгереп килә ине.
Йыуынып, һөтләп сәй эскәс,
Мәктәпкә китә ине.
– Әллә, улым, сирләнеңме? –
Тине әсәһе ҡурҡып.
Бесәй ҙә ситкә йүгерҙе,
«Сир» тигән һүҙҙән өркөп.
– Юҡ та, әсәй! – тине Ирек,
Унан йылмайып көлдө. –
Каникул башланды бөгөн,
Әллә оноттоң инде?..
Дүртөйлө ҡалаһы.