Һаҡлар өсөр юҡ шул сарабыҙ,
Устағы ҡом аҡрын аҡһын өсөн,
Бармаҡтарҙы ҡыҫа барабыҙ.
Бармаҡ ҡына түгел, күңел ҡыҫыҡ,
Унда керә алмай бер ни ҙә.
Туған туғанынан биҙә бара,
Тыныслыҡ юҡ бөгөн күп өйҙә.
Бер әсәнән тыуған балалар ҙа,
Бер-береһенең хәлен белмәйҙәр.
Юғарыраҡ менеп киткәндәре,
Түбән туғандарҙы күрмәйҙәр.
Улар имеш, хәҙер юғарыла,
Улар ғына донъя тотҡаһы.
Өйҙәр бикле, ә күңеле ҡыҫыҡ,
Туған кәрәк түгел, ҡыҫҡаһы...
Донъя булғас ауырлыҡтар була,
Ярҙам итмәҫ инде, ете ят.
Хәл белергә туғандарың кәрәк,
Туғандарың итмәҫ һине ят.
Ҡәберҙәргә ингән сағыңда ла,
Туған төшә ҡаршы алырға.
Туғанына атап доға ҡылып,
Ер ҡуйынына уны һалырға.
Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙә,
Туғандарҙы зинһар онотмайыҡ.
Бай булһынмы, булһын үтә ярлы,
Бер-бербеҙгә эҙҙе һыуытмайыҡ.
Илһам хәҙрәт.