Дөрөҫөрәге, унда йәшәгән башҡорттарҙың «Салауат» исемле үҙәге 2003 – 2011 йылдарҙа эшләгән. Шунан туҡталып торған. Ә быйыл йәй көнө «Ҡурай» башҡорт йәмәғәт үҙәге тип исеме үҙгәртелеп, Удмурт Республикаһы Юстиция министрлығында рәсми теркәлгән. Етәксеһе – Шәһит Ишаев.