+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шиғриәт шоңҡары

Быйыл журналист, шағир, ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәләм Ғәлим улы Ғәлимовтың тыуыуына 110 йыл тулды.

Шиғриәт шоңҡары
Шиғриәт шоңҡары

Әҙәбиәт һөйөүселәргә уның исеме «Бала», «Шоңҡар» поэмалары буйынса бик яҡшы таныш. Силәбе өлкәһендәге Сосновка районы Оло Тәгеш ауылында донъяға килгән ижадсыны яҡташтары онотмай, әле лә ҡәҙерләп хәтергә ала. Уның әҙәби мираҫын һаҡлау, йәш быуынға еткереү буйынса ҙур эште яҙыусы, рәссам, музыкант, тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, «Камин алдында» район әҙәби берекмәһен етәкләүсе Урал Ҡолошев менән үҙәк ауыл-ара китапханаһы алып бара.

– 28 йыл ғына йәшәһә лә, данлыҡлы яҡташыбыҙ әҙәбиәттә оло эҙ ҡалдырған. Ижади эшмәкәрлек осоронда 10 йыл эсендә 4 поэма, 60-ҡа яҡын шиғыр, 10-лаған очерк һәм фельетон яҙған. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр баш­ҡарабыҙ. Сосновкалағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында шағирҙың тормошон һәм ижад юлын сағылдырған экспозиция булдырҙыҡ. Тыуған ауылында уның исемендәге урам бар, тыуған йортонда таҡтаташ ҡуйылды. 2011 йылдан районыбыҙҙың хакимиәт башлығы ярҙамында Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия ойоштороп ебәрҙек. Уның биш йыллығына 2016 йылда «Тормош – осош» тигән лауреаттар хаҡында йыйынтыҡ сығар­ҙыҡ. Быйыл 10 йыллығын билдәләйбеҙ, ошо ваҡыт эсендә премия 30 кешегә бирелде. Уның күләме – 10 мең һум. Көҙ көнө ҙур сара ойоштороп, Башҡортостандан да вәкилдәр саҡырып, лауреаттарҙы иғлан итәсәкбеҙ, – ти Урал Фәләх улы Ҡолошев.
Шағирҙың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы Силәбе өлкәһенең мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары ҙур мәғрифәтселек проектына ҡушылған. Юбилейға арнап «Сосновская нива» район гәзитендә ай һайын «Сәләм» тигән махсус сығарылыш донъя күрә. Шағирға арнап башҡорт мәҙәни кисәләрен үткәрә башлағандар. Тәүгеләрҙән булып яҡташтары ижады менән Көньяҡ Урал дәүләт техник колледжы студенттары танышҡан. Ул Силәбеләге Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан үткән. Сосновка районының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, үҙәк ауыл-ара, Алишев ауылы китапханалары ла шағирҙың юбилейын матур итеп уҙғарған. Район әҙәби берекмәһе етәксеһе әйтеүенсә, яҡташтарына бағышлап 10-лаған сара ойошторолған, уларҙа төрлө йәштәрҙә 400-ләгән кеше ҡатнашҡан. Бынан тыш, тематик күргәҙмәләр, презентациялар ҙа үткәрелгән. Ошондай милли мәҙәни кисәләрҙе уҙғарыу халыҡты Ғәлимов Сәләмдең ижады менән генә таныштырып ҡалмаған, уларҙың күңелендә тыуған яғы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятырға ярҙам иткән.
– Саралар халыҡ тарафынан күтәреп алынды. Өлкән быуын вәкилдәре башҡорт телендә рәхәтләнеп шиғырҙар, йырҙар тыңланы, ҡайһы берҙәре кисә барышында түҙә алмай, бейергә лә төшөп китте. Йәштәрҙе бигерәк тә туған телеңде белеү мөһимлеге тураһында әңгәмәләр йәлеп итте. Кесе йәштәге уҡыусылар халыҡ байрамдарына арналған йәш рәссамдарҙың картиналарын мауығып ҡараны, – ти Урал Фәләх улы.
Алдағы көндәрҙә лә Ғәлимов Сәләмдең тормошо һәм ижад юлына бағышланған эштәр дауам ителәсәк. Уларҙы Сосновка районы хакимиәте күтәреп алып, ярҙам итергә әҙер тороуы ла ҡыуандыра. Йәй көндәрендә шағирҙың тыуған ауылында башҡорт мәҙәни кисәһе ойошторолоп, уның ижад емештәрен уҡыу, концерт номерҙары ла ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ район кимәлендә шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса онлайн-конкурс иғлан ителеп, көҙ көнөндә йомғаҡ та яһау көтөлә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: