+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурғандағы милләттәштәр янында

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге ярҙамы менән мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин төбәктәрҙең милли мәғариф өлкәһендә үҙ-ара бәйләнешен булдырыу, һәләтле балаларҙы үҫтереү, патриотик тәрбиә биреүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Ҡурған өлкәһендә булды.

Әлмән районының Тәңрекүл мәктәбендә кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Ҡурған өлкәһенең Мәғариф һәм фән департаменты директоры Иван Хлебников, Әлмән округы хакимиәте етәксеһе Алексей Снежко, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы грантына ойошторолған конкурстар йәмәғәтселектә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Милләттәштәребеҙ Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау йүнәлеше буйынса конкурста үҙҙәре лә ҡатнашып ҡарарға теләк белдерҙе.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты һәм Ҡурған өлкәһенең мәғарифты һәм социаль технологияларҙы үҫтереү институты араһында килешеү төҙөлдө. 

Айбулат Хажин башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса һөҙөмтәле эш алып барған Ҡурған мәктәптәре директорҙарына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттарын, Тәңрекүл мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу буйынса сертификат тапшырҙы.

Ҡурғандағы милләттәштәр янында
Ҡурғандағы милләттәштәр янында
Ҡурғандағы милләттәштәр янында
Ҡурғандағы милләттәштәр янында
Ҡурғандағы милләттәштәр янында
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: