-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡояш нурҙары» балҡыны!

Силәбе ҡалаһындағы Силәбе электровоз ремонтлау заводының Мәҙәниәт йортонда «Ҡояш нурҙары» I өлкә балалар художество ижады фестивале үтте.

«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
«Ҡояш нурҙары» балҡыны!

Йәш таланттарҙы танытыу, балаларҙың күңелендә тыуған төйәгенә, халҡына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Уны Силәбе өлкәһе Хөкүмәте, Силәбе ҡалаһы хакимиәте, уның Мәғариф эштәре буйынса комитеты ярҙамында өлкәнең башҡорттар ҡоролтайы һәм Силәбе ҡалаһының 88-се балалар баҡсаһы ойошторҙо.

«Ҡояш нурҙары» фестивалендә мәғариф ойошмаларынан 115 ҡатнашыусы, 37 балалар коллективы, барлыҡ өлкәләрҙән 3 - 15 йәшлек балалар ҡатнашты. Еңеүселәр «Вокал», «Хореография», «Инструменталь ижад», «Иң яҡшы милли костюм» номинацияларында бүләкләнде.

Фестивалде Силәбеләге 88-се балалар баҡсаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә тағы ла биҙәп ебәрҙе.

Һәр ҡатнашыусыға Силәбе өлкәһенең “Башҡорттар ҡоролтайы” рәйесе Морис Йосопов һәм 88-се балалар баҡсаһы мөдире Инна Торпой диплом һәм махсус приз тапшырҙы. Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова  ла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән бүләктәр өләште. Ә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов 88-се балалар баҡсаһы коллективын “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылыу өсөн сертификат менән бүләкләне.

 

 

«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
«Ҡояш нурҙары» балҡыны!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: