-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт икәнебеҙҙе онотмайбыҙ

Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, үҙебеҙҙең башҡорт икәнебеҙҙе онотмайбыҙ. Тырышып телебеҙҙе, халҡыбыҙға ғына хас йолаларыбыҙҙы өйрәнәбеҙ, милли байрамдарыбыҙҙы үткәреп торабыҙ. Өйөбөҙҙә, мәктәптә башҡортса һөйләшергә тырышабыҙ.

Бына әле яңыраҡ Мәтәл ауылында Шәжәрә байрамы булды. Аскилде, бохар, йомаш, юлаҡ, көсөк, ҡалмаҡ, эре ажаҡ һәм ваҡ ажаҡ – әйле баш­ҡорттарының һигеҙ аймағы (араһы) вәкилдәре бергә йыйылды. Улар осрашып, аралашып, шәжәрә ағастары менән танышты. Ололар иҫке фотолар, гәзит-журналдарҙа баҫылған материалдарға, башҡа документтарға таянып, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Аскилделәр күрше Ишәле, Ҡамышлы, Сәләй ауылдарынан, Арғаяш­тан һәм Силәбенән туғандарын да саҡыр­ҙы.
Байрам күңелле уҙҙы. Рәхәтләнеп күңел ас­тыҡ. Уны беҙҙең мәктәптән Эльза Әфләтүнова, Алиса Хисмәтуллина, Ильяна һәм Камилла Әйүповалар, Милена Кинйәсолтановаларҙың концерт номерҙары биҙәне.

Лидия СИРАЖЕТДИНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Мәтәл ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: