+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы-остаз рухына бағышланды

Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбендә уҙған уҡыусыларҙың XIV ижади семинары Башҡоростандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланды.

Уҡытыусы-остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы-остаз рухына бағышланды

Рафаэль Мөхәмәтйәнов 1938 йылдың 24 апрелендә Арғаяш районының Бәләкәй Уҫман ауылында тыуа. 1961 йылда Суфин башланғыс мәктәбе педагогик хеҙмәт юлын башлай.  1967-2008 йылдарҙа Бәжекәй мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы, шул иҫәптән 18 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Арғаяш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, 1989 йылдан алып Арғаяш халыҡ театрында артист, 1998 йылдан «Арғужа» гәзитендә (район  ҡушымтаһы) шеф-мөхәррир, «Таң нурҙары» әҙәби берекмә ойоштороусыһы булған остаз Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,  Арғаяш районының Почетлы гражданины, Рәсәй Президентының “Мәғариф” программаһы буйынса конкурста грант яулаусы ла.

Силәбе өлкәһендә мәктәп уҡыусыларының ижади байрамын тап ул башлап ебәреүсе булғанға күрә семинар-практикум уның изге рухына бағышланды.

Сараны башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова алып барҙы, мәктәп директоры Амур Хәбибулллин тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһағас, уҡыусылар остаздың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Иҫтәлекле байрамында ҡатнашыусыларҙы видео сығышы аша «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов та сәләмләне.

«Кешелә яҡтылыҡ ғүмере буйына яйлап асыла бара – түҙемле булығыҙ!» - тип асты сараның икенсе, практик өлөшөн Ҡамса Мортазин.  

Һиҙгер ҡәләм оҫталары йәш ижадсыларҙың сығыштарын иғтибар менән тыңлап, һәр береһенә төплө анализ биргәндән һуң, үҙ ижад серҙәре менән бүлеште.

«Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ», «Ырыҫ – тырыш ҡулында», «Ҡара тир сыҡһа, яҡшы әҫәр тыуыр» - ошондай эшлекле һәм аҡыллы кәңәштәр бирҙе Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары Сәфинә Хәкимова (Магнит ҡалаһы), Рәшит Хәкимов (Арғаяш) һәм Урал Ҡолошов (Сосновка районы).

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская сараны серле сюрприз менән йомғаҡланы –  «Ҡуяндар дуҫлығы» тигән өр-яңы китапсыҡ барыһы өсөн матур бүләк булды.

Бәжекәй мәктәбе директоры Амур Хәбибуллинға, уҡытыусы Гүзәл Фазыловаға һәм яҙыусы Рәшит Хәкимовҡа ойоштороу эшендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиллеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ижади байрамы аҙағында ил-йортҡа мәртәбә өҫтәп «Рафаэль Мөхәмәтйәнов исемендәге туған тел кабинеты» асылды.


Ҡамса МОРТАЗИН, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе,
Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Уҡытыусы остаз рухына бағышланды
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: