Тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған был сәйәхәттә Сосновка районы Сиреүсе мәктәбенең «Башҡорт» этнолагерында шөғөлләнеүсе бер төркөм балалар ҡатнашты. Улар Көньяҡ Уралдың иң күркәм төбәге – Арғаяш районының Өйәлге күле буйында Салауатҡа һәм Бәжекәй ауылы эргәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арнап ҡуйылған һәйкәлдәр менән танышты. Уҡыусылар матур тәбиғәт ҡосағында халыҡ батырҙары, данлы тарихыбыҙ, милли мәҙәниәт буйынса фәһемле дәрес тә алды. Әҙәби-тарихи викторина ла үткәрелде.
Һәр бер балаға буклеттар тапшырылды. Викторина ойошторолоп, еңеүселәренә «Ҡуяндар дуҫлығы» тигән әҙәби йыйынтыҡ бүләк ителде. Экскурсияла үҙен иң күп белеүсе итеп танытҡан VI синыф уҡыусыһы Нурислам Әүхәҙиев төп призға – «Йәншишмә» гәзитенә бушлай яҙылыуға лайыҡ булды.
Тыуған яғыбыҙҙа батырҙар данын һаҡлаған иҫтәлекле урындар менән яҡындан танышып, хәтер яңыртып, йәйге сәйәхәттән ҡәнәғәт булып, рухланып ҡайттыҡ. Бының өсөн Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазинға рәхмәт белдерәбеҙ.
Лариса СӘЙЕҘҒӘЛИНА, Сәриә СӘҒИТОВА, уҡытыусылар, төркөмдөң етәкселәре.
Силәбе өлкәһе.