-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған

Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлеште.

Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған
Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған

Оло Чернигов районы Кинйәғол ауылында "Нур" башҡорт халыҡ йорто" тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылған. Башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның бала сағы уҙған ауыл ул. 

"Нур" башҡорт халыҡ йорто" Сәйфетдин Сәләх улы Акировтың тәҡдиме менән уның фекерҙәштәре, Һамар башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Гөлсинә Сәмиғулла ҡыҙы Акирова һәм башҡалар тырышлығы менән булдырылған.

Артабан Һамарҙағы милләттәштәребеҙ шағир Рәшит Ниғмәти, республикабыҙҙың элекке мәғариф министры Фатима Мостафина кеүек данлыҡлы яҡташтары тыуған Диңгеҙбай ауылында музей асырға уйлай. Шунан инде сиратта - Лев Толстой башҡорт ҡымыҙы менән дауаланған Моратша ауылы.

Был музейҙар Ырғыҙ буйында йәшәгән йәш милләттәштәребеҙгә илһөйәр булып, башҡорт халҡының милли йолаларын белеп, тыуған ерҙәренең тарихын өйрәнеп үҫергә ярҙам итер.  

Фото:kurultaisamararegion.

Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған
Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған
Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған
Һамар өлкәһендә "Нур" башҡорт халыҡ йорто" музейы асылған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: