+3 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа

Ырымбур ҡалаһындағы Хөсәйен Ямашев исемендәге моделле китапханала билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу үтте.

Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа
Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа

Уның ижадына битараф булмаған уҡыусылар йыйылған сара бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡ алып барылды. Лира Яҡшыбаева үҙенең тормош юлы, ижады хаҡында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Айырыуса Мөжәүир хәҙрәт, Зәйнулла ишан хаҡында яҙған әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар икән. Марат Яҡшымбәтов етәкселегендәге “Яйыҡ” фольклор ансамбле сығышы күркәм байрамға йәм өҫтәне.

Әйткәндәй, китапхана бер ҡасан да буш тормай – йәйен дә, ҡышын да әҙәбиәт һөйөүселәр йыйыла. Әлеге мәлдә балаларға һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар ойошторолоп тора.

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.

 

Фото: vk.com

Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа
Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа
Лира Яҡшыбаева – Ырымбурҙа
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: