Сарала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Байрамда Балаҡатай районы менән Свердлов өлкәһенең Сысерт районы араһында туғандаш мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Артабан түңәрәк өҫтәлдә ҡунаҡтар Красноуфимск районының Һыҙғы ауылы тарихы менән танышты.
“Орджоникидзевский” мәҙәни үҙәгендә башҡорт халҡының көнкүрешенә арналған күргәҙмә ойошторолдо, ҡурсаҡтар, түшелдеректәр эшләү, тамбурлы сигеү, бейеү, милли инструменттарҙа уйнау буйынса һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ошонда уҡ бал, ҡымыҙ, ит аҙыҡтарын күрергә мөмкин ине.
Уҡ атыу буйынса турнир һәм ике төбәктең сәнғәт оҫталары – Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театры, «Далан» эстрада төркөмө, Азамат Тимеров, Зилиә Бәхтиева, Свердлов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы коллективтары ҡатнашлығында концерт сараның йәме булды.
Әйткәндәй, Свердлов өлкәһендә 17 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, туған телебеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Төбәктә даими рәүештә милли фестивалдәр үткәрелә. Мәҫәлән, Урта Урал халыҡтары көнө байрам-фестивале – өлкәнең ғорурлығы. Сара төрлө йәштәге, төрлө дин һәм милләт кешеләрен берләштерә. Йыл һайын унда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Фото: bashinform.ru.