-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте

Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһында бөйөк башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә “Аҡмулла уҡыуҙары” төбәк-ара конференцияһы уҙҙы.

"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте

Өсөнсө йыл рәттән беҙҙең республиканың мәҙәниәт һәм фән ойошмалары был әһәмиәтле һәм күләмле сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, форум айҡанлы Милли китапхана һәм Милли әҙәбиәт музейы ғилми күргәҙмә ойошторҙо. Музей директоры Миләүшә Ҡаһарманова Миәс музейына – Аҡмулланың шәжәрә ағасы төшөрөлгән плакат, ә ул үҙ ҡалаһы тураһында балалар өсөн энциклопедия бүләк итте.

Бынан тыш, “Аҡмулла” журналдарының күсермәләрен Миәс тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыу тантанаһы үтте.

Йола буйынса форумда ҡатнашыусылар Мифтахетдин Аҡмулла ҡәберенә сәскәләр һалды. Мәғрифәтсе шағир ҡала мосолман зыяратында ерләнгән.

 

"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
"Аҡмулла уҡыуҙары" үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: