Ҡунаҡтарҙы директорыбыҙ Рәмил Рәхмәтуллин, балалар ижады һарайы етәксеһе Гүзәл Зәйнуллина һәм Пермь крайынан Юлия Поротникова сәләмләне. Балалар советы ағзалары уҡыусылар өсөн эшләнгән маршруттар менән таныштырҙы. Махсус сайтта 5 меңдән ашыу маршрут бар икән.
Уҡыусылар төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, бер минут эсендә картуфтан ниндәй ризыҡтар әҙерләп була икәнен кем күберәк әйтә ала? Станциялар буйынса ла уйындар ойошторолдо.
Артабан туризм буйынса балалар советы ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин һәм Рәмил Рәхмәтуллин һорауҙарға яуап бирҙе. Иң әүҙемдәр бүләктәр алып ҡыуанды. Һәр уҡыусыға Пермь ҡалаһы тураһында китаптар тапшырылды. Ә күршеләр баш ҡалабыҙҙың матур ерҙәре менән танышты.
Римма БАЙМЫРҘИНА,
үҙәктең директор урынбаҫары.
Өфө ҡалаһы.