Унда Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәүсе тиҫтерҙәрегеҙ ижады урын алған. Республиканан ситтә тороп та туған башҡорт телендә һөйләшә һәм яҙыша белеүсе уҡыусылар булыуы һөйөнөслө. Бәлки, ошо һанда ижад емештәрен күреп ҡыуанған балалар араһында буласаҡ яҙыусылар һәм шағирҙар барҙыр?
Әйткәндәй, “Аманат”тың тәүге һаны 1929 йылда донъя күрә. Ул саҡта баҫма “Керпе” тип атала. Ә беренсе баш мөхәррир Хәй Мөхәмәтйәров Силәбе өлкәһе Ҡонашаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Бына бит нисек!