Айгөл Моратова ҡыҙы Миләүшә менән башҡара был йырҙы. Улар Силәбе өлкәһе Сосновка районы Әлиш ауылында йәшәй. Кескәй ҡыҙсыҡҡа 4 кенә йәш әле. Әсәһе – Силәбе өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Ынйылар” вокал ансамбленең етәксеһе. Миләүшә лә сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһай башлаған. Яңы ғына төбәктә үткән “Инәй – милләт алтыны” конкурсында әсәле-ҡыҙлы беренсе урын алғандар. Ижади ғаиләлә үҫкән Айгөл Әлфрит ҡыҙы алдына башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға тигән маҡсат ҡуйған. Афарин!