+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр

Силәбе өлкәһенең Сосновка районында “Белем” төбәк-ара мәғариф фестивале үтте. Сара Сирюс мәктәбендә ойошторолдо, унда барлығы ете белем усағынан килгәйнеләр.

Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр

Уҡыусылар республика инженер интернат-лицейында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһында һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында уҡыу шарттары менән танышты. Йәнә робототехника, авиамоделләү, пилотһыҙ авиация системалары буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштылар, милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡаранылар, квест-марафонға барҙылар.

Башҡорт телен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә арналған майҙансыҡтар ҙа эшләне – семинарҙа 30-лап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.

Был сара Силәбе, Ҡурған, Свердлов өлкәләре һәм Пермь крайы ҡалалары-райондарында 2021 йылдан алып уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә 200-ҙән ашыу бала Башҡортостандың инновация мәктәптәрендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.

 

Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Телебеҙҙе һаҡлайҙар, өйрәнәләр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: