Төп урамдан башҡорт яугирҙары һәм һылыуҡайҙары, казактар үтте. Фотосессияны Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Уның хеҙмәткәрҙәренә рәссам Михаил Воронов-Кушаковский, “Ләйсән” ансамбле музыканттары һәм тарихсылар ярҙам итте.
Төп ҡунаҡтарҙың береһе Рафаил Бакиров ғәскәр етәксеһе кейемендә килгәйне. Ул – 4-се башҡорт полкы командиры Аҫылғужа Бакировтың вариҫы, хәрби хеҙмәт ветераны, запастағы подполковник, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөтә костюмдар ҙа ҡала халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.