+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр

Ҡурған өлкәһендә "Ихлас" тип аталған бик матур балалар һәм үҫмерҙәр форумы уҙған. Йыл буйына ошо исемле проект Башҡортостан Башлығы гранттары аҡсаһына тормошҡа ашырылған.

Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр

Июль башында "Космос" мәҙәни-һауыҡтырыу комплексында өс көнлөк смена менән тамамланды сара. Унда Сафакүл, Әлмән райондарынан 80 уҡыусы ҡатнашты.
Был проекттңың төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата иғтибарҙы арттырыу. Балаларға таратылған футболкаларға ла "Мин башҡортса һөйләшәм" тип яҙылған.

Форумға Башҡортостандың Туймазы районы башҡорт үҙәгенең баш белгесе Гөлмира Бикбулатова һәм Ағинәйҙәр ойошмаһынан Лилиә Байкова ла саҡырылған. Улар сит өлкәләге милләттәштәребеҙҙе башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Ҡумыҙҙа уйнарға, тәрилкәләргә милли биҙәктәр төшөрөргә, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәткәндәр. Бергәләп "Косилка-молотилка", "Наза", "Аҡ тирәк, күк тирәк" уйындарын уйнағандар. Башҡортса әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнгәндәр.

Силәбенән Алина һәм Владислав Габовтар уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Шулай уҡ башҡорт милли кейеме менән дә яҡындан танышҡан форумда ҡатнашыусылар. Башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресен хореограф Анастасия Хайсарова уҙғарған. Көн дә төрлө файҙалы саралар менән өс көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған.

 – Балаларҙың Башҡортостан, телем, тип янып тороуы һоҡландырҙы. Йыл буйына барған проекттың йомғаҡлау мәлендә ваҡыт шул тиклем тиҙ үтте. Бик күп саралар ойошторолдо, Силәбе өлкәһенән дә вәкилдәр килгән ине, улар менән дуҫлаштыҡ. Пластилиндан йәнһүрәт геройҙарын эшләп, уларҙы йәнләндерҙеләр. "Ай менән Зөһрә" тигән риүәйәтте башҡортсаға тәржемә итеп, телмәрҙәре өҫтөндә эшләп, режиссерлыҡ яғынан да ярҙам итергә тура килде. Бына шулай шулай башҡортса йәнһүрәт тә төшөрөлдө. Барлығы 9 оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Бетеү эшләгәндә бер малай хатта фатиха сүрәһен уҡып ебәрҙе. Шул мәлдә бетеүгә доға һалып, тегеп ҡуйҙыҡ. Балалар башҡорт шағирҙарын белә. Тасуири уҡыу дәресендә Рәми Ғарипов, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева шиғырҙарын уҡып күрһәттем, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен ҡабатланыҡ. Балалар башҡорт шағирҙары Мәжит Ғафури, Зәйнәб Биишева, Рәсимә Ураҡсина шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. 15 уҡыусының һәр береһе менән айырым эшләргә тура килде. Шул тиклем рухлылар, белемлеләр. Башҡорт теле дәресе ике аҙнаға бер тапҡыр ғына үтһә лә, яратып өйрәнеүҙәре күренеп тора. Күрше өлкәлә Башҡортостан тураһында, тәбиғәте матур, халҡы ҡунаҡсыл, ярҙамсыл тиеүҙәре дәрт өҫтәне. Форумдан үҙебеҙ ҙә рухланып ҡайттыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлмира Бикбулатова.

Форумдың һуңғы көнөндә һөҙөмтәләр буйынса наградалар тапшырылған. Башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә арналған балалар ижады фестивале һәр кемдә онотолмаҫ матур тәьҫораттар ҡалдырған.

Фото: https://vk.com/kurgan_kurultay.

Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Ҡурғанда ла телебеҙҙе өйрәнәләр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: