"Шишмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Рабиға Муллавәли ҡыҙы Вәлиева етәкселегендә Сафакүлдәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә экскурсияға барған. Башҡорт халҡының милли йолалары, кейемдәре менән танышҡандар. Кескәйҙәргә бик оҡшаған был сәйәхәт. Туған телгә һөйөү шулай тәрбиәләнә лә инде. Был турала күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ "Бәйләнештә"ге төркөмдәрендә яҙа.
Фото: vk.com.